Йыл башынан балалар ҡатнашлығында теркәлгән 300-ҙән ашыу юл-транспорт фажиғәһендә 18 баланың ғүмере өҙөлгән

Йыл башынан балалар ҡатнашлығында теркәлгән 300-ҙән ашыу юл-транспорт фажиғәһендә 18 баланың ғүмере өҙөлгән 24.10.2014

Бөгөн Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре профилактик рейдҡа сыҡты. Сираттағы сара баш ҡаланың Октябрь районында үтте. Сәғәт ярым эсендә тиҫтәләп водителгә протокол төҙөлдө, штраф квитанциялары яҙылды.

Профилактик сара иртәнге һигеҙенсе яртыла  башланды. Инспекторҙар бер-бер артлы туҡтатҡан автомобиль водителдәренең яртыһынан күбеһе хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәүе асыҡланды. Мәктәпкә, баҡсаға ашыҡҡан балаларҙың күбеһе махсус автокреслоға ултыртылмаған.
Ҡағиҙә боҙоуҙарына ҡарамаҫтан, араларында ҡаршылашып маташыусылар  ҙа табылды. Күрәһең, ҡайһы бер ата-әсәләр 3 мең һум штраф түләгәнсе, махсус кресло алыу отошлораҡ икәнен онотоп ебәрә. Хәйер, эш аҡсала ла түгел. Иң мөһиме - хәүефһеҙлек.
Шулай ҙа юл йөрөү ҡағиҙәләрен теүәл үтәүселәр ҙә юҡ түгел. Балаларын кемдер автокреслоға, берәүҙәр махсус ҡайышҡа эләктергән.
Әйткәндәй, бөгөн баланы автокреслоға ултыртмаған «тимер ат» хужаһына 3 мең һум күләмендә штраф ҡаралған. Киләсәктә депутаттар был талаптарҙы тағы ла ҡәтғиләштереү яғында. Әле Дәүләт Думаһында сабыйҙарына битараф автоһәүәҫкәрҙәрҙең водитель таныҡлығын тартып алыу тураһында фекер алышыу бара.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, махсус автокреслоға ултыртылмаған, йә хәүефһеҙлек ҡайышына беркетелмәгән балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт фажиғәһендә йыл башынан республика буйынса 327 осрағы теркәлгән. 18 баланың ғүмере өҙөлгән. Ғәҙәттә, беҙ үҙебеҙгә һәм автомобилгә ҡарата һаҡсыл ҡараштабыҙ. Ҡиммәтле сигнализацияға, ҡышҡы резиналарға һәм башҡа кәрәк-кәрәкмәгәнгә лә аҡса йәлләмәйбеҙ. Ни өсөн алты, һигеҙ, ун мең һум торған балалар автокреслоһын алыу беҙгә ҡиммәткә төшә? Һүҙ бит балалар хәүефһеҙлеге хаҡында.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика