Йыл башынан алып ҡына Башҡортостандың электр селтәрҙәре компанияһы 17 мең 381 ҡулланыусыны тоташтырған

Йыл башынан алып ҡына Башҡортостандың электр селтәрҙәре компанияһы 17 мең 381 ҡулланыусыны тоташтырған 16.12.2015

Ҡулланыусыларҙың артыуы электр селтәрҙәрен камиллаштырыуҙы талап итә. Әле компания сит ил ойошмалары менән берлектә «Аҡыллы селтәр» тип аталған проектты тамамлай. Был программа электр коммуникацияларында авария теркәлгән осраҡта ла йорттарҙы өҙлөкһөҙ хеҙмәтләндереү мөмкинлеге бирә.

Компания етәкселеге әйтеүенсә, электр селтәрҙәре йылды уңышлы тамамлай. Быйыл алты урында яңы подстанция файҙаланыуға тапшырылған. Шул рәүешле байтаҡ ауыл- ҡасабаларҙа электр тәьминәте камиллаштырылған. Йәлеп ителгән инвестициялар күләме 4 миллиард һумға яҡынлашҡан. Белгестәр әйтеүенсә, был аҡсалар үҙен тиҙ арала аҡлаясаҡ. Сөнки модернизацияланған коммуникациялар электр тогын һөҙөмтәле сарыф итеү һәм экономиялау мөмкинлеге бирә.

Дмитрий Шароватов, «БЭСК» йәмғиәте генераль директоры: «Компания килемле эшләүен дауам итә. Быйыл ғына 2 миллиард ярым һум һалым түләнгән. Шул иҫәптән бер миллиард тирәһе урындағы бюджеттарға күсерелгән. Өфөлә тормошҡа ашырылған «Аҡыллы селтәр» программаһының эш башлауы ла быйылғы йылдағы уңыш тип әйтер инем. Беҙ ул проект менән сит илдәрҙә лә сығыш яһаныҡ һәм күп белгестәр яҡшы яҡтан баһаланы».


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку