Йыл башынан алып Башҡортостанда 60 мең енәйәт ҡылынған

Йыл башынан алып Башҡортостанда 60 мең енәйәт ҡылынған 10.11.2015

Шул иҫәптән ун меңе айырыуса  ауыр енәйәттәрҙән һанала. Статистика былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда аҙға булһа ла яҡшыраҡ. Был иһә хоҡуҡ һаҡлау органдарының тынғыһыҙ хеҙмәтенә бәйле, тине Рөстәм Хәмитов полиция хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлап.

Эске эштәр органдарының һөнәри байрамы  тарихы 1917 йылға барып тоташа. Октябрь революцияһынан һуң РСФСР-ҙың  Халыҡ комиссариаты ҡарары менән эшсе милиция барлыҡҡа килә. 1962 йылдан  Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре көнө байрам булараҡ рәсми рәүештә билдәләнә. 2011 йылда ведомство полицияға үҙгәртелде һәм ул  Рәсәйҙең эске эштәр органдары хеҙмәткәре көнө булараҡ билдәләнә башланы. Шуға ҡарамаҫтан, байрамдың  әһәмиәте, уның тантаналығы үҙгәрмәй. Был көндө алдынғы хеҙмәткәрҙәрҙе, хәрби батырлыҡ күрһәткәндәрҙе, ветерандарҙы тәбрикләйҙәр. Республика башлығы тантаналы ултырышта сығыш яһап  Башҡортостанда  енәйәтселектең кәмеүен билдәләне.
Йыл башынан алып республикала иҫкәртеү эштәре һөҙөмтәһендә кеше үлтереү, туҡмау осраҡтары кәметеүгә өлгәшелгән. Эскән килеш енәйәт ҡылыу, транспорт сараларын урлау, наркотиктар һатыу һәм ҡорал ҡулланыу кеүек хоҡуҡ боҙоуҙар ҙа кәмегән. Тәртип урынлаштырыу эшендә хеҙмәткәрҙәр үҙ ғүмерен дә хәүеф аҫтына  ҡуя. Тантаналы ултырышта һөнәри  бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙы иҫкә алдылар. Һуңғы йылдарҙа ғына Башҡортостан полицияһы 175 хеҙмәткәрен юғалтҡан.
Тантаналы ултырышта хеҙмәт алдынғыларын, һөнәри бурысын үтәгәндә батырлыҡ күрһәтеүселәрҙе тәбрикләнеләр. Уларға Башҡортостандың юғары наградалары һәм маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку