Йыл аҙағына тиклем Өфөлә бер күпер һәм ике юл файҙаланыуға тапшырыласаҡ

Йыл аҙағына тиклем Өфөлә бер күпер һәм ике юл файҙаланыуға тапшырыласаҡ 06.07.2016

Объекттар ҡала халҡы өсөн оло әһәмиәткә эйә буласаҡ. Әлеге ваҡытта Ағиҙел йылғаһы аша Затон күперен төҙөү тамамланыу алдында. Күләмле эштәр сентябргә теүәлләнер тип көтөлә. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, өс һыҙатлы яңы күпер бер яҡлы, йәғни  транспорт хәрәкәте ҡала үҙәге яғына табан  ебәрелә. Ә Затонға иҫке күперҙән йөрөү ойошторола.  

Шулай уҡ йылдың өсөнсө кварталында Интернациональ урамындағы юл да тулыһынса сафҡа инәсәк. Ул Шаҡша трассаһына тоташа. Әле был объектта ла һуңғы әҙерлек эштәре бара.
Бынан тыш, Өфөнөң көньяҡ өлөшөндә Ағиҙел йылғаһы ярын нығытыу ҙа  быйыл тамамлана. Бында автомобилдәр өсөн дүрт һыҙатлы юл буласаҡ. Тимер юлы күперенә тиклем һалынған объект тротуарҙар, яҡтыртыу ҡоролмалары һәм велосипедсылар өсөн уңайлыҡтарҙы үҙ эсенә  ала.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика