Ҡыйғы районы үҙәгендә яугир-интернационалистар иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

Ҡыйғы районы үҙәгендә яугир-интернационалистар иҫтәлегенә  таҡтаташ асылды 24.10.2015

Мемориал тыуған-яҡты өйрәнеү музейы эргәһендә урынлаштырылды. Тантанала Ҡыйғы районы ветерандары, кадет һәм мәктәп уҡыусылары, Сибай һәм Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаһы ҡунаҡтары ҡатнашты. Таҡтаташ асыу идеяһы урындағы эшҡыуар, хәрби хәрәкәттәр ветераны Руслан Гергель башланғысында эшләнә.

Мәрмәр постаментта хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған биш яугирҙың һүрәте төшөрөлгән. Улар араһында бер ҡатын-ҡыҙ ҙа бар. Шәфҡәт туташы Зилә Ахунова Тажикистанда һәләк була. Ул икенсе дәрәжәләге "Ватан алдындағы хеҙмәте өсөн" ордены миҙалы менән бүләкләнә. Ҡыйғылар яугир яҡташтарын онотмай. Улар хөрмәтенә спорт ярыштары, хәтер кисәләре ойошторола. Төбәктә яугир-интернационалист Хәлил Мөхәмәтйәнов исеменә даими рәүештә пляж волейболы уҙғарыла.Тап ошондай саралар йәш быуында үткәндәргә ҡарата һаҡсыл ҡараш, ололарға ихтирам, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләй, ти ҡыйғылар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку