Ҡыйғы районы үҙәге Үрге Ҡыйҙы ауылында быйыл бер юлы ике предприятие эш башланы

Ҡыйғы районы үҙәге Үрге Ҡыйҙы ауылында быйыл бер юлы ике предприятие эш башланы 30.10.2015

Береһе столяр, икенсе төҙөлөш материалдарын етештереүсе цехтар төбәк иҡтисадын яҡшыртыр, тип күҙаллана. Ике предприятие ла ярты йыл эсендә урындағы халыҡты эш менән тәьмин итеп, үҙҙәрен  танытып та өлгөргән.

Бер нисә секундта яңы төҙөлөш материалы әҙер. Шлакоблоктан айырмалы, уның яртыһын пенопласт тәшкил итә.  Материал Рәсәйҙә ҡулланылған технология ярҙамында эшләнә.
Бер блоктың ауырлығы  21 килограмм тарта. Цементҡа ағас онтағы ла ҡушыла. Был эште тағы ла еңелләштерә, тиҙәр.
Был урында теплоблок өсөн пенопласт материалдары әҙерләнә. Компьютер ярҙамында теләгән фигураны ҡырҡырға мөмкин. Был процесс электр сымы ярҙамында башҡарыла. Уның күләме 12 вольт.
Ярты йыл эсендә район үҙәгендә генә яңы материал файҙаланылған  тиҫтәгә яҡын йорт сафҡа ингән. Биналарҙың береһе социаль  торлаҡ.  
Бер нисә ай элек  Үрге Ҡыйғыла яңы столяр цехы ла эш башлаған.  Әйткәндәй, тап ошо ойошманан ҡалған ағас онтағы шлакоблок эшләүгә ебәрелә. Ни бары өс  кешенән торған предприятиела эш ырамлы бара. Төҙөлөш материалдарынан тыш, цехта балалар өсөн уйын майҙансығы ҡоролмаларын да эшләйҙәр. Эшҡыуар әйтеүенсә, улар фабрикала етештерелгәндән бер ҙә айырылмай.
Руслан Гергель, столяр цехы етәксеһе: «Әле балалар өсөн уйын майҙансығы әҙерләнә. Унда  беседка һәм  бәүелсәктәр ҙә буласаҡ. Аҙаҡ ул Үрге Ҡыйғы ауылында урын аласаҡ».  
Эш башланып ҡына тора. Ике предприятие ла киләсәктә  етештереү күләмен арттырыу һәм райондың иҡтисади хәлен яҡшыртыу теләге менән яна.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика