Йыһандан сәләм!

Йыһандан сәләм! 14.09.2015

Халыҡ-ара йыһан станцияһы йыл һайын ойошторолоп торған Бөтә Рәсәй фән фестивале башланыуы тураһында хәбәр итте.

45-се экспедиция экипажы ағзалары  Олег Кононенко, Михаил Корниенко һәм Сергей Волков 25 сентябрҙә Өфөлә асыласаҡ фестивалдә ҡатнашыусыларға  ҡыҙыҡлы асыштар һәм һөҙөмтәле эш теләне.  Быйыл күләмле фәнни-ғәмәли форум саарларын 20-нән ашыу майҙанда уҙғарыу планлаштырыла. Төп майҙандар - Башҡортостан фәндәр академияһы менән «Башҡортостан» дәүләт  концерт залында урынлашасаҡ. Тамашасылар өсөн төрлө фәнни өлкәләргә бағышланған 25 экспозиция эшләйәсәк. Күргәҙмәләрҙә ғилми  тәжрибәләр һөҙөмтәләре менән танышырға, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға мөмкин буласаҡ.  Шулай уҡ интерактив  стендтар , мауыҡтырғыс фән театры тамашалары һәм  фәнни-популяр фильмдар ҙа тамашасылар иғтибарын яулар, тип көтөлә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку