Йыһанға юл йәмле Дим буйында һалына

Йыһанға юл йәмле Дим буйында һалына 18.07.2014

Дәүләкән районында урынлашҡан Урал Солтанов исемендәге Халыҡ-ара аэрокосмос лагеры һәләтле балаларҙы  икенсегә ҡабул итте. Был юлы ла ял үҙәгендә Республика  үҫмерҙәренән тыш  Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Беларусь, Ҡаҙағстан, Тажикстан һәм Ҡырым республикаһынан  килгән йәш замандаштарыбыҙ сәләмәтлеген нығыта.

«Үҙебеҙҙең Байконур». Яҡташыбыҙ  космонавт Урал Солтанов исемендәге Халыҡ-ара аэрокосмос лагерының икенсе сменаһы асылыуы уңайынан бәләкәй ракеталар осоролдо. Ҡаҙағстан ҡунағы Динияр Нурсолтанов Башҡортостанда икенсе йыл ял итә. Авиация һәм һауала осоу тарихы нескәлектәрен яҡшы белгән егет, быйыл  Һамар аэрокосмос университетына имтиханһыҙ уҡырға инеү хоҡуғын алған.
Дәүләкән районында урынлашҡан йәйге ял үҙәгендә башлыса Александр Можайский исемендәге Авиация һәм һауала осоу тарихы буйынса халыҡ-ара олимпиада еңеүселәре һәм призерҙары сәләмәтлеген нығыта. Сит ерҙәрҙән килгән ҡунаҡтарҙы лагерь етәкселеге башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте менән яҡындан таныштыра. Бында ял итеүселәр көн дә  яңы ғына бешелгән йылҡы ҡымыҙы менән дә һыйлана.
Һәләтле балаларҙы шулай уҡ, смена барышында төрлө тренингтартар, билдәле шәхестәр менән ҡыҙыҡлы һәм фәһемле осрашыуҙар көтә. Улар шулай уҡ,   республика буйлап авиасәйәхәткә сығырға ла иҫәп тота. Аэрокосмос лагеры ун көн дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку