Юридик һәм физик шәхестәргә күсемһеҙ милек объекттары урынлашҡан ер участкаларын ташлама менән һатып алырға мөмкин

Юридик һәм физик шәхестәргә  күсемһеҙ милек объекттары урынлашҡан  ер участкаларын ташлама менән  һатып алырға  мөмкин 22.01.2015

Ерҙе ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырырға   булышлыҡ иткән был ҡарарҙы Башҡортостан  Хөкүмәте ҡабул иткән.

2012  йылдың 1 июленән әлегә тиклем күсемһеҙ милек объекттары урынлашҡан  ер участкаларын  тулы кадастр хаҡы буйынса ғына хосусилаштырырға мөмкин ине. Юғары хаҡтар эшҡыуарҙарға ерҙе   тулыһынса һатып алырға   ҡамасаулап килде. Беренсе ғинуарҙан был категорияға ҡараған граждандарға йәки күсемһеҙ милек хужаларына үҙ объекттары урынлашҡан  ер участкаларын  ташлама менән һатып алырға мөмкин.
Хөкүмәт  ҡарарының ябай кешеләр өсөн дә  ыңғай яҡтары бар. Шәхси йорт, гараж, ярҙамсы хужалыҡтары булған граждандар үҙҙәренең ер  участкаһын кадастр хаҡының 3 процентын ғына түләп һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Әммә был хоҡуҡты сосораҡтар аҡса эшләү  ысулына әйләндереп алды. Йәғни, улар аҡса менән аукциондарҙы еңеп ер участкаһы ала ла тиҙ генә йорт күтәреп, хосусилаштырып  һатып та ебәрә, ҡуртым ваҡыты үтмәй ҙә  ҡала.  Яңы ҡарарға ярашлы,  ерҙе ҡуртым ваҡыты бөтмәйенсә ташлама менән һатып алып булмай, тулы кадастр хаҡы буйынса ғына. Белгестәр был аҙым әрһеҙ төҙөүселәрҙе туҡтатып ябай халыҡтың ер алырға мөмкинлеген арттырасаҡ тигән фекерҙә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку