«Юлдаш» йыр-моң каналы йыл һайын Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арнап акция ойоштора

«Юлдаш» йыр-моң каналы йыл һайын Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә  арнап  акция ойоштора 01.06.2015

Бөгөн улар Шишмә балалар социаль приютында булып, кескәйҙәргә байрам шатлығы бүләк итте.

Анжела менән уның  өс һеңлеһе йыл ярым тирәһе  Шишмә балалар социаль приютында йәшәй. Уларҙың ата-әсәһе йәшел йылан менән дуҫ. Бөгөн приютта  байрам.  Ҡыҙҙарҙың  һәр береһе концерт номеры әҙерләгән.  Был шатлыҡлы көндә улар  сығыштары менән ер йөҙөндәге иң яҡын кешеһен  дә һөйөндөрмәксе. Әсә телефон аша бәлки килермен тип яуапланы.
Анжела Бегишева, Шишмә балалар социаль приюты тәрбиәләнеүсеһ: «Приюттың тәрбиәселәре лә, мөдире лә  иғтибарлылар, яҡшылар. Ҡыйын булып китһә социаль  педагог менән һөйләшәбеҙ. Ул кәңәштәр бирә. Күңелгә еңел булып ҡала. Бында һәйбәт тә, тик барыбер өйгә ҡайтҡы килә».
Шишмә балалар приюты  14 йыл элек асылған. Ошо ваҡыт эсендә  ул ауыр хәлдә ҡалған  400-ҙән ашыу баланы  үҙ ҡанаты аҫтына һыйындырған. Әле бында ваҡытлыса 12 бала йәшәй. Бөтәһенең дә ата-әсәһе иҫән. Тик  насар ғәҙәттәр менән дуҫлашҡанға улар бала тәрбиәләүҙән ситләтелгән.   Кескәйҙәргә   байрам кәйефе бүләк итергә «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәрҙәре килде.  Балалар  йәш башҡарыусы Йәмил Баймырҙиндың йырҙарына ҡушылып йырланы, бейене.
Сабыйҙар  һабын ҡыуығы шоуын, фокус оҫтаһы сығышын ҡараны, флешмобта ҡатнашты.  Приютта тәрбиәләнгән балалар үҙҙәре лә   сағыу тамаша әҙерләгән.
Үҙәктә балалар төрлө яҡлап тәрбиә ала,  һәләттәрен  үҫтереү йүнәлешендә эш алып барыла.  Был уларҙың оҫта итеп йырлауында, дәртле бейеүҙәрендә сағыла. Шиғырҙы ла шартлатып һөйләйҙәр.
Байрамды ҡарарға район  хакимиәтенән, башҡа ойошмаларҙан да ҡунаҡтар килгән.Балаларға бүләктәр тапшырҙылар. Шишмә район мәсетенең имам-хатибы Зөфәр хәҙрәт  матур теләктәрен еткерҙе.
Сәхнәлә сығыш яһаған ҡыҙ күҙҙәре менән генә тамашасылар араһынан әсәһен эҙләне.Ҡыҙғанысҡа, ул килмәгәйне. Сара аҙағында  шарҙар осоролдо. Был ваҡытта кескәйҙәр  эстән генә ошо шарға тотоноп ҡына тыуған йортома ҡайтһам ине тип уйлағандыр, моғайын. Сөнки уларҙың байрамын береһенең дә ата-әсәһе күрмәне.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика