"Юлдаш" килен төшөрә 14.02.2017

Йырлы-моңло радио үҙ тарихында тәүге тапҡыр тура эфирҙа туй тантанаһы үткәрҙе."Юлдаш" мәғлүмәт һәм йыр-моң радиоһы  үҙ тыңлаусыларын   әленән-әле яңы, ҡыҙыҡлы проекттары менән ҡыуандырып тора.

Бер ҡараһаң, юлдаштар  оло йәштәгеләргә  ярҙам акцияһы ойоштора, икенсе ҡараһаң  радио  коллективы ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға күңел йылыһын өләшә.Был юлы иһә юлдаштар туй үткәрҙе.  Яңы проект  бик үҙенсәлекле. Тура эфирҙа  никахлашыу бәхете бер-береһен өҙөлөп һөйгән йәш пар Лира менән Азатҡа төштө. Был мөхәббәтле тарих былтыр 29 ноябрҙә "Юлдаш-хит" концертында башлана,  Азат тап тамаша  мәлендә  сәхнәгә сығып һөйгәненең ҡулын һорай. Ошонан һуң юлдаштар бәйләнештә селтәрендә акция башлай,  Азат менән Лираның фотоһүрәте 7 меңдән ашыу лайк йыйған осраҡта йәштәрҙең туйын "Юлдаш" радиоһы үткәрә тигән шарт ҡуйыла. Вәғәҙә - иман, фотоһүрәт халыҡ араһында киң тарала һәм  бөгөн  тәүге радио-туй.  Йәш ғаиләнең  байрамы "Юлдаш" радиоһының  алып барыусылары, журналистары менән берлектә үтә .  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика