Юлдарҙың сифаты өсөн муниципаль берәмектәр ҙә яуап бирәсәк 20.06.2016

Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән ултырышта белдерелде.

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров белдереүенсә, был алым тәүге тапҡыр ҡулланыла. Әлеге ваҡытта һалынған асфальт ҡатламы өсөн бер юлы ғына иҫәпләшеү мөмкинлеге юҡ, шуға аҡса яйлап, гарантия срогы бөткәнсе  күсерелә. Яңы ысул Өфө-Затон  трассаһына ҡаратала ҡулланыла. Был   подрядсы ойошмаларҙың яуаплығын да арттыра, юлдың сифаты тулыһынса улар иңенә ята. Ниндәйҙер  етешһеҙлектәр килеп сыҡҡан осраҡта юлсылар үҙ иҫәбенә  йүнәтәсәк. Быға тиклем  Өфө-Аэропорт юлын төҙөүселәргә ҡарата ғына ошондай яҙа алымы  ҡулланылғайны. Муниципаль берәмектәр иһә төҙөлөш тулыһынса тамамланғансы подрядсы ойошма менән бәйлнеште өҙмәй эште күҙәтеп, ҡабул итеп һәм иҫәпләшеүҙе ойоштороп бара.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика