Юлдарға түшәлгән асфальт сифатын яҡшыртыу, төҙөлөш күләмен кәметмәү, йәмәғәт транспортын, коммуналь хужалыҡ техникаһын газ-мотор яғыулығына күсереү 15.02.2016

Быйыл ғәмәлгә ашырыласаҡ ошо һәм башҡа бурыстар  Транспорт һәм юл хужалығы буйынса комитеттың коллегия ултырышында  ҡаралды.  Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡатнашты.  

Юлсыларҙың тырышлығын белореттар былтыр айырыуса яҡшы тойған.  Төбәктә урау юл файҙаланыуға тапшырылды.  Белорет ҡалаһын ситләп үтеүсе трассаның оҙонлоғо 21 саҡырым.  Был Өфө-Магнитогорск йүнәлеше буйынса йөрөүселәр өсөн байтаҡ арауыҡты һәм ваҡытты кәметә.  Икенсенән, ауыр йөк машиналары ҡалаға  бысраҡ ташымай.
Әбйәлилдәр  ҙә йылды уңышлы йомғаҡлаған, Асҡар менән Сибай юлын тоташтырған километрҙар кәмеп килә. Төбәк халҡы өсөн был бик мөһим, сөнки район йәштәренең күбеһе Сибайҙа уҡый, икенсенән байтаҡ административ  учреждениелар ҙа тап ошо ҡалала урынлашҡан.  Былтыр барлығы 14 километрға асфальт ҡатлам һалынған.
Башҡа райондарҙа ла юлдар, күперҙәр һалыу йылдам  барған. Мәҫәлән, Күгәрсендәр федераль программа буйынса Бикҡужа-Хлебодаровка  юлын сафҡа индереп ҡуйған, шулай уҡ былтыр ауыл араларын төҙөкләндереүгә лә иғтибар арттырылған.
Иҡтисади проблемаларға ҡарамаҫтан,  республика юлсыларҙы  ҡуйылған бурыстарҙы  ваҡытында үтәп килә.  Шос һәм Брикс  саммиттарының лайыҡлы кимәлдә үтеүендә лә тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең өлөшө ҙур тип билдәләнде ултырышта.  Был тәңгәлдә Өфө-Аэропорт юлын, Һауа ҡапҡаһының яңы халыҡ-ара терминалоын һәм башҡа объекттарҙы атап үтергә мөмкин.  Быйылғы маҡсаттарға килгәндә,  йәмғиәт өсөн иң мөһим проекттарға өҫтөнлөк бирергә ҡушылды һәм уларҙың иҡтисади яҡтан отошло булыуы мотлаҡ. Көрсөк шартарында был талап бөтә  йүнәлештәргә лә ҡағыла. Мәҫәлән, йәмәғәт һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ  транспортын  газ-мотор яғыулығына күсереү ошо сараларҙың береһе булып тора. Юл йәшәү сығанағы,   тармаҡ хеҙмәткәрҙәре киләсәктә лә төҙөлөш күләмен һаҡлап ҡалырға ниәтләй.  Шул уҡ ваҡытта заманса технологяилар индерелә,  түшәлгән асфальт сифатына талаптар арта, тикшереү көсәйтелә.  Республика башлығы ла  тармаҡ алдында ҙур бурыстар ҡуя, сөнки    юл хужалығы төбәктең социаль-иҡтисади   ҡеүәтен сағылдырыусы төп күрһәткес  һәм тап юлдар  эшлекле бәйләнештәрҙе нығыта һәм тормош сифатын яҡшырта.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика