Юлдарҙа шөрөптәр ятыуы кемдәргә отошло

Юлдарҙа шөрөптәр ятыуы кемдәргә отошло 10.03.2015

Интернетта  Өфөнөң Баҡалы  урамында сөйҙәр һибелеүе тураһындағы видеояҙма ҡыҙыу бәхәстәр тыуҙыра. Берәүҙәр автомобилдәр хеҙмәтләндереүсе эшҡыуарҙарҙы ғәйепләһә, икенселәре коммуналь хужалыҡҡа дәғүә белдерә.

Видеояҙманан күренеүенсә, юлда шөрөптәрҙең барлыҡҡа килеүендә кешенең ҡыҫылышы булыуына  шик юҡ. Саморездар осо менән өҫкә ҡаратып махсус рәүештә ҡуйылған. Екатерина ла автомобилендә  шөрөптәр өҫтөнә саҡ барып менмәй. Ярай әле парковкала яталар, юл уртаһына һибелһә тишелгән тәгәрмәстәр байтаҡ булыр ине, ти ҡыҙ.
Екатерина Асеева: «Мин ошо магазинда эшләйем. Иртә менән машинамды парковкаға ҡалдырайым тиһәм, шөрөптәр ятҡанын күреп ҡалдым. Улар осло яғы менән өҫкә ҡаратып ҡуйылғайны. Быны махсус эшләгәндәре күренеп тора. Шиномонтажда эшләүселәр шулай ҡыланалыр, тип уйлайым».
Видеояҙма кисә генә төшөрөлһә лә, бөгөн был урында шөрөптәр юҡ. Улар йә автомобилдәр тәгәрмәсендә, йә берәйһе  йыйып алған. Шулай ҙа халыҡты уларҙың ҡайҙа булыуы түгел, ә юлға нисек килеп эләгеүе ҡыҙыҡһындыра. Күптәр был ҡылыҡты  тәгәрмәстәр монтажлаусылар этлеге, тип бара. Был аңлашыла, сөнки Баҡалы урамында аҙым һайын тиерлек автомобиль хеҙмәтләндереү сервистары. Шөрөптәр ятҡан ерҙән илле метр алыҫлыҡта ғына тәгәрмәстәр ремонтлайҙар.
Рафаэль Саматов: «Башҡалар өсөн яуап бирә алмайым , әммә беҙҙең эш былай ҙа етерлек. Икенсенән бит ул шөрөптәр тәгәрмәстәргә эләкһә лә, һауа шунда уҡ сығып бөтмәйәсәк. Водитель уның тишелгәнен белмәйенсә айҙар буйы йөрөүе ихтимал. Беҙгә шөрөптәр ырғытыуҙың бер файҙаһы ла юҡ. Етмәһә ул парковкала».
Парковка  автомобиль кәрәк-яраҡтары һатыусы сауҙа селтәренеке. Улар иһә шөрөптәр тураһында бөтөнләй хәбәрҙар булмай сыҡты. Үҙҙәренең был ваҡиғаға ҡыҫылышы булмауын магазин хеҙмәткәрҙәре видео күҙәтеү яҙмалары барлығы менән иҫбатлай аласағын белдерҙе.
Ринат Янбухтин, сауҙа үҙәге вәкиле:  «Беҙгә ул шөрөптәрҙе юлға ташлап ни фәтүә. Киреһенсә, беҙ клиенттарҙың күпләп килеүе һәм уңайлығы  өсөн тырышабыҙ. Үҙебеҙҙең эшкә үҙебеҙ аяҡ сала алмайбыҙ бит инде. Кем белә, бәлки шөрөптәрҙе кемдер яңылыш төшөрөп ебәргәндер».
Ысынлап та, шөрөптәр башҡа берәй ерҙә ятһа, бер кем дә иғтибар итмәҫ ине. Әммә был хәл тәгәрмәстәр монтажлау сервисы эргәһендә теркәлгәс, кемдер махсус эшләгән тибеҙ.  Хәйер, махсус эшләү фаразын да күҙ уңынан ысҡындырыу кәрәкмәй. Бәлки, берәйһе файҙа алыу түгел,ә үс алыу маҡсатында шөрөптәрҙе туҙҙырғандыр. Ҡыҫҡаһы, ҡулынан тотмаған бур түгел тигән кеүек,  сөйҙәрҙең осона сығыу ҙа икеле. Был осраҡта водителдәргә абайлабыраҡ йөрөргә кәңәш итәһе генә  ҡала.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика