Юлдарҙа берәҙәк малдар күплеге актуаль проблемаларҙың береһе булып ҡала

Юлдарҙа берәҙәк малдар күплеге актуаль проблемаларҙың береһе булып ҡала 25.09.2015

Ҡырҙар, ялан-баҫыуҙарҙы  гиҙеүсе һәм юлдарҙа йөрөүсе  хужаһыҙ малдар  берҙән йыш ҡына етди аварияларға сәбәпсе булһа, икенсенән  ауыл хужалығы ерҙәренә тапап та зыян килтерә.

Кешеләр мал аҫрауҙың еңел юлын тапҡан.  Күп ауылдарҙа шәхси хужалыҡтарҙағы малдарҙы көтөү тейешенсә ойошторолмаған,  йәки ойошторолған саҡта ла  күптәр һыйырҙарын көтөүгә түгел,  ҡырға ҡыуыуы билдәле. Ауыл халҡы мал арҡаһында йәшәй , әммә хужаһыҙ  малдар  бөгөн ауыл хужалығы ерҙәре, юлаусыларға ла ҡурҡыныс тыуҙырыусыға әйләнде.
Бигерәк тә аттар юлдар өсөн хәүефле. Водитель, нисек кенә иғтибарлы булырға тырышҡан хәлдә лә, ҡараңғыла юлда торған малды абайламауы ихтимал. Гел булмай, бер була ‐  ти  халыҡ әйтеме, әгәр ҙә бер  хәл була ҡалһа, мал хужаһына яуап бирергә тура киләсәк, малын ҡарауһыҙ сығарып ебәреүенә ул ғына ғәйепле буласаҡ.  Ләкин малдың хужаһын асыҡлауы еңелдән түгел.
Ирекле йөрөгән мал-тыуар енәйәтселәр өсөн уңай. Айырыуса көҙгө осорҙа малдар йыш юғала. Аҡсаһын  йәлләп, малын  көтөүгә ҡыумай, иркенгә сығарыу хужа мәнфәғәтендә түгел, кеҫә ҡалынайтыусыларға ҡулай ғына. Шул уҡ берәҙәк мал проблемаһы ҡала халҡы өсөн дә актуаль. Малдарға закон юҡ,шуға күрә  уларҙың хужаларын   административ яуаплылыҡҡа тарттырыу - берҙән-бер дөрөҫ юл булып тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку