«Юлдарға артыҡ йөкһөҙ» Бөтә Рәсәй акцияһы дауам итә

«Юлдарға артыҡ йөкһөҙ» Бөтә Рәсәй акцияһы дауам итә 30.09.2015

Уның сиктәрендә 4 октябргә тиклем юлдарҙағы контроль-үлсәү пункттарында йөк машиналарын үлсәү ойошторола, нормативтарҙы боҙмаусыларға «Юлдарҙы һаҡлайым» тип яҙылған наклейка тапшырыла, ә ҡағиҙә боҙоусыларға штраф ҡаралған.

Күсәрҙәге йөк ауырлығы алты йөҙ килограмға артығыраҡ! Бына ошондай ҡағиҙә боҙоуҙар юлды иҙеп бөтә лә инде. Йөк автомобилдәренә контроль-үлсәү пункты сират күперен үтеү менән бер. Транспортҡа нисә тонна йөк тейәлгән, уның һәр күсәренә күпме ауырлыҡ төшә- бөтәһе лә рентген аппаратындағылай үлсәүгә инеү менән компьютерҙа сағыла.
Алексей Поляков, 1-се контроль-үлсәү пункты мөдире: «Тәүҙә йөк автомобиленең дөйөм ауырлығы үлсәнә, әгәр ул нормативтарға тура килә икән, тотҡарлап тормайбыҙ.Ә артыҡ тейәүселәрҙең һәр күсәр ауырлығы иҫәпләнә. Компьютер артында ултырыусы белгес юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторына рация аша сигнал бирә. Ул автомобилде туҡтата».
Йөк ауырлығы норманан юғары булһа, компьютерҙа автомобиль ҡыҙыл төҫтә сағыла. Программаның светофоры ла бар. Белгес команда биреп кенә ултыра.
Арматура тейәгән автомобиль водителенә ауырлыҡты бер тигеҙ тартырлыҡ итеп йөктө бер яҡтан икенсеһенә күсерергә ҡушылды.
Машина сит илдеке, ә юлдар Рәсәйҙеке. Шуға ла беҙҙең ҡанундар буйынса йәшәргә тура килә. Мәғлүмәттәр буйынса тап күсәрҙәргә төшкән ауырлыҡтың артыҡ булыуы юлдарҙа колеялар барлыҡҡа килтерә. Был үҙ сиратында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өсөн ҡурҡыныс тыуҙыра. Ауыр йөк машиналары күпме йөк тейәй алыуы һәм уны боҙған саҡта административ яуаплылыҡҡа тарттырылыуы законда билдәләнгән.
Олег Остапенко, водитель: «Йома көндө туҡтатҡайнылар. Артыҡ йөктө бушаттыҡ. Тик штраф түләргә ҡушалар. Егерме мең һум тирәһе. Беҙ уны йәшәү урыны буйынса түләргә тейеш».
Учалынан Псков ҡалаһына китеп барған был йөк машинаһы нормативты ике тоннаға арттырып тейәгән. Ҡағиҙә боҙоуҙы ваҡытында асыҡлау юл ҡатламдарын һаҡлаурға ярҙам итә. Мәғлүмәттәр буйынса йыл һайын ил буйынса йөк машиналары юлдарға килтергән зыян триллиондар менән иҫәпләнә.Башҡортостанда ике стационар юл-контроль үлсәү пункты бар. Береһе Өфө-Инйәр -Белорет юлында, икенсеһе Баймаҡ районында. Быйыл уларҙа беренсе тапҡыр 28 сентябрҙән 4 октябргә тиклем «Юлдарға артыҡ йөкһөҙ» Бөтә Рәсәй акцияһы үтә.
Акция сиктәрендә йөк ауырлығын тейешенсә тейәгәндәргә наклейкалар тапшырыла. Хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, шулай ҙа әлегә тәртип боҙоусыларҙы тулыһынса контролгә алып булмай. Сөнки водителдәр пунктты урап үтеү юлдарын таба. Мәҫәлән, күсмә үлсәү пункты килеп урынлашыу менән, йөк машиналары ағымы ҡырҡа аҙая. Водитель үҙе теләгән юлды һайлай ала, закон быны тыймай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку