Юлдағы хәүефһеҙлек тәү сиратта техник-күҙәтеү инспекторҙарының уяулығынан һәм талапсанлығынан тора

Юлдағы  хәүефһеҙлек тәү сиратта техник-күҙәтеү инспекторҙарының уяулығынан һәм талапсанлығынан тора 27.09.2016

Улар күҙәтеүенән тыш, бер генә төҙөк булмаған техника ла юлға сыҡмай. Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә урынлашҡан шәхси уҡыу базаларының береһендә 14-тән ашыу инспектор һөнәри оҫталыҡ буйынса көс һынашты. «Иң яҡшы дәүләт инженер-инспекторы» төбәк-ара конкурсының  икенсе этабында  Рәсәйҙең күрше өлкәләренән дә инспекторҙар ҡатнашты.

Машиналарҙы, ҡорамалдарҙы хеҙмәтләндереү, эксплуатациялауҙа теоретик һәм практик белемдәрҙе ҡулланыу, Беларус-82 тәгәрмәсле тракторын йөрөтөүҙәге оҫталыҡ, ДТ-75 тракторының двигателен тоҡандырыу, экстремаль хәлдәрҙә  дөрөҫ итеп тәгәрмәс алыштырыу. Был күнекмәләр бөтәһе лә билдәле ваҡытҡа үтәлә һәм таһыллыҡты асыҡлай, инженер-инспекторҙар үҙ оҫталығын самалай, тәжрибә уртаҡлаша.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика