Юлдағы именлек һағына «Хәүефһеҙлек академияһы» баҫа

Юлдағы именлек һағына «Хәүефһеҙлек академияһы» баҫа 15.10.2015

Проект бөгөн Өфөлә лә старт алды. Уның сиктәрендә өс йылға тиклем стажы булған водителдәр бушлай курс үтеү мөмкинлегенә эйә. Рулгә яңы ултырыусылар бында көтөлмәгән ҡаршылыҡтарҙы еңергә өйрәнә. Йәш водителдәр менән илдең төрлө тәбәктәренән килгән ун инструктор шөғөлләнә. Өфө был проект тормошҡа ашырылған Рәсәйҙең алтынсы ҡалаһы. Быйыл программа буйынса ил буйынса меңгә яҡын водитель белемен камиллаштырған.

Тиҙлек, бәрелеш, дауахана. Юлдарҙағы авариялар ғәҙәттә, ошондай схема буйынса бара.  Бигерәк тә  рулгә яңы ултырған  водителдәр үҙ  мөмкинлеген самалай белмәй,  һөҙөмтәлә тиҙлекте арттырып фажиғәгә тарый. Инструкторҙар  фекеренсә, был  ҡапыл туҡтау нескәлектәрен белеп бөтмәү менән бәйле.  
Шулай уҡ  яңы таныҡлыҡ алған йәштәр руль артында телефондан һөйләшә, смс-хәбәр яҙыша. Был да  бәлә-ҡазаға килтереүе мөмкин. Тимер атҡа атланған тәжрибәһеҙ автоһәүәҫкәрҙәрҙең тағы бер бәләһе автомобилде ихатаға ҡуйған мәлдә, артҡа биргәндә  йәйәүлеләрҙе күрмәү, был көҙгөләрҙе дөрөҫ көйләү белмәүҙән килә. Курстарҙа ошо оҫталыҡ та өйрәтелә. Шулай уҡ насар һауа шарттары ла  йәш водителдәрҙең төп дошманы.
Хәүефһеҙлек академияһы ойошторған курстарҙа «иҫерек»  күҙлек тә тәҡдим ителә. Уны кейеү менән кеше үҙен эскән итеп тоя һәм  уяулығын юғалта. Шулай уҡ  махсус тренажерҙа хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәүҙең  ниндәй  ҡазаға килтереүен аңларға мөмкин.
Күп йәш водителдәр хәүефһеҙлек ҡайышын дөрөҫ эләктерә белмәй. Ә тап ошо оҫталыҡтың авариялар мәлендә кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыуы ихтимал. Белгестәр фекеренсә, хәүефһеҙлек академияһы ошондай нескәлектәрҙе өйрәтеүе менән әһәмиәтле, сөнки  юлдарҙағы аварияларҙың күбеһе руль артына күптән түгел ултырған водителдәр менән бәйле. Мәҫәлән, быйыл  республикала стажы  өс  йылдан кәмерәк  водителдәр ҡатнашлығында 300-гә яҡын авария теркәлгән, уларҙа 33 кеше һәләк булған, 400-гә яҡын кеше төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға эләккән.
Курстар бушлай, йәш водителдәр 18 октябргә тиклем килеп үҙ оҫталығын һынай, хаталарын асыҡлай ала. Тренингтарҙы халыҡ-ара кимәлдәге тренерҙар, инструкторҙар үткәрә.  Киләсәктә уларҙың курстарҙы мотоциклда йөрөргә өйрәнеүселәр өсөн дә үткәрергә ниәте бар.
Юл хаталарҙы ғәфү итмәй, кешенең йәшен дә, енесен дә, милләтен дә һорап тормай.  Ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү, һәр кемдең яуаплылығы менән генә  ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалырға мөмкин. Өфөлә асылған «Хәүефһеҙлек академияһы» ошо маҡсатты  күҙ уңында тота ла инде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку