Юлда һәләк булған малдар менән нишләргә?

Юлда һәләк булған малдар менән нишләргә?  14.09.2015

Закон буйынса  йорт хайуандары өсөн уның хужаһы яуаплы. Юлға сығып автомобиль аҫтына ҡалған осраҡта ла күрелгән зыянды водителгә ул ҡапларға бурыслы. Әммә  әлегә был  осраҡта хужаны табыуы. Оҙаҡламай республикала малдарҙы мотлаҡ тамғаларға мәжбүр иткән закон барлыҡҡа килмәксе. Ул ваҡытта минең һыйыр түгел, тип кенә ҡотолоп булмаясаҡ. Тамға һинеке, тимәк күрелгән зыянды ла  һин түләйһең. Республика юлдарында көтөүсеһеҙ йөрөгән малдар һирәк түгел. Һыйыр, аттар тапатыу йыш күренеш. Юлға сыҡҡҡан хайуан арҡаһында кеше ғүмерҙәре лә өҙөлә. Яңы закон хәлде үҙгәртерме?

Йән өшөткөс күренеш. Әлбиттә, бындай осраҡтар оло юлда йыш теркәлә.  Өфө-Белорет трассаһын миҫалға алғанда, был төбәктә малдарҙы тапап китеүҙәр ғәҙәти хәлгә әйләнгән. Инйәр ҡасабаһында йәшәүсе Михаил Матвеев кенә өс баш һыйырын юғалтҡан. Берәүһе автомобиль, икәүһе тимер юлында тапала. Шуға ла хәҙер ул малын кәртәһенән дә сығармай.
Күптәр малдарын ҡырҙа, урманда йөрөй тип уйлай ҙа инде. Ә ысынында иһә, йорт хайуандары автомобиль юлында.
Рулдәгеләр нисек кенә тырышмаһын , һыйырҙар урынынан да ҡуҙғалмай. Әйтерһең дә һиндостан. Көйшәүен дауам итә. Ярай, ҡайһы бер осраҡта еңел автомобилдәр һыйырҙарҙы урап үтә. Ә ауыр йөк тейәгән машиналар бит нисек кенә тормозға баҫмаһын, ул барыбер хәрәкәт итәсәк. Бигерәк тә ҡараңғыла малдарҙы алдан шәйләү мөмкин түгел. Һөҙөмтәлә...
Тимәк, был осраҡта хужалар үҙҙәре ғәйепле, тип аңларға мөмкин. Бер кемгә лә сер түгел. Малды кәртәһенән генә сығарып ебәргән хужалар һәр ауыл һайын тиерлек. Шулай ҙа улар ғәйепте башҡаларҙан эҙләй.
Һыйыр, аттар юлға сығып, юл хәрәкәтен хәүеф аҫтына ҡуя. Хужалары малының тапалып ҡуйыуы, йә уны урлап алып китеүҙәре ихтималлығы тураһында уйламай ҙа. Был проблеманың төп сәбәбе - көтөү юҡлығы.
Ауыл халҡы әйтеүенсә, Инйәрҙә элек электән мал көтөүлеге булғаны юҡ. Быны улар ауылдың урман зонаһында урынлашыуы менән аңлата. Шуға ла, эре. йә ваҡ баш мал булһынмы кәрәк икән урманға, кәрәк икән юлға ла сыға инде.
Ҡануниәт буйынса, мал көтөүҙә түгел икән уның өсөн хужаһы яуаплы. Юл-транспорт фажиғәһендә күрелгән зыян өсөн дә ул түләргә бурыслы. Ләкин хайуандың хужаһын табыуы еңелдән түгел. Законды белгән кеше бындай осраҡта ләм-мим.    Депутаттар был проблеманы хәл итеү юлдарын барлай. Йорт хайуандарын тамғалау тураһында закон әҙерләнә.
Малға тамға һалып ҡына мәсьәләне хәл итеп булырмы?. Сөнки юлға йорт хайуандарынан бигерәк, ҡырағай йәнлектәр ҙә сыға. Был осраҡта уларға ла тамға һалып, хужаһын эҙләргә  тура киләсәкме?! Бар мәсьәлә әлеге лә баяғы водителгә барып тоташа. Хайуандар төшөрөлгән юл билдәләрен дә бит бушҡа ҡуймайҙар. Тәү сиратта үҙебеҙгә иғтибарлыраҡ булырға кәрәктер. Юғиһә ,юл аша сыҡҡан йәнлектәргә төбәп кеше төшөрөлгән юл билдәһе урынлаштырыуҙары ла бар.  
Азат Ғәлиуллин


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку