Юлһыҙ тормош! 10.09.2015

Беҙҙең редакцияға Ишембай ҡалаһының Көҫәпҡол  микрорайонында  шәхси йорттарҙа йәшәүселәр  мөрәжәғәт итте. Улар йорттарына ҡайтыу өсөн бысраҡ күләүектәр һәм юлды тигеҙләү өсөн һибелгән сүп-сар аша йөрөргә мәжбүр.

Күҫәпҡол ауылының был урамы хатта ҡеүәтле машиналар өсөн әҙерләнгән һынау трассаһын хәтерләтә. Был микрорайонды  Ишембай ҡалаһының бер өлөшө икән тип ышанғы ла килмәй. Ашығыс ярҙам табиптары һәм ҡотҡарыусылар йәйәүләп ҡаршылыҡтарҙы үтергә мәжбүр.
Алик Мөслимов, Ишембай ҡалаһында йәшәүсе: «Эштән һуң өйгә ҡайтҡан инем, киске аштан һуң һул ҡулым һәм аяғым йөрөмәй башланы-инсульт. Ашығыс ярҙам саҡырттылар, әммә ямғырҙан һуң мәтеһе аҡтарылып ятҡан юлдан ул үтә алманы. Мине табип һәм уның ике ярҙамсыһы йәйәүләп килеп носилкаға һалып алып китте. Улар мине йөкләгән көйө 300 метр йәйәүләп атланы».
Бында йәшәүселәр фекеренсә, янғын ваҡытында машиналар үтә алмаған, утты үҙ аллы һүндергәндәр. Халыҡ хакимиәткә күп тапҡырҙар мөрөжәғәт иткән, әммә эш вәғәҙә биреүҙән үтмәгән.
Раил Кәримов, Ишембай ҡалаһында йәшәүсе: «Беҙҙе һәр ваҡыт юл булыр,төҙөйәсәкбеҙ тип ышандыралар. Көтәбеҙ ҙә көтәбеҙ,тиҙҙән ямғырҙар башлана. Беҙгә йөрөргә юл да юҡ,яҡтыртыусы фонарҙар ҙә ҡуйылмаған».
Был микрорайон Ишембайҙа иң боронғоһо. Көҫәпҡолдың башҡа урындарында тәртип тә бар, ялыуҙар ҙа юҡ кимәлендә. Асфальт юлдар, кискелеккә яҡтыртылған урамдар. Әммә 2000-cе йылда барлыҡҡа килгән Шайморатов урамында кешеләргә йәшәр өсөн уңайлы шарттар булдырылмаған.Урындағы хакимиәттә ошо һәм тағы ла бер-нисә микрорайонда юлдар проблемаһы хаҡында хәбәрҙар. Баҡтиһәң, Көҫәпҡолда юл мәсьәләһе хәл итеү өҫтөндә. Юл буласаҡ, әммә асфальт тураһында хыялланырға ла түгел.
Виктор Янкин, Ишембай районы хакимиәте башлығы урынбаҫары: «Унда Гагарин исемендәге скверҙың кәртләрен һүткәндә алынған бут таштары килтерелде. Ташты юл тирәләй һиптек. Уның өҫкө өлөшөн киҫеп,  түшәйәсәкбеҙ. Һуңынан гравий һаласаҡбыҙ һәм юл тигеҙләнәсәк .Асфаль юл булмаһа ла, ҡомташ түшәлгән юл ямғыр ваҡытында аҡтарылып ятмаясаҡ».
Бындай юлды октябрь аҙаҡтарына төҙөргә вәғәҙә итәләр. Шулай итеп, тиҙҙән Көҫәпҡолдарҙың үҙәгенә үткән юлһыҙлыҡ проблемаһы хәл ителәсәк. Әммә Шайморатов урамында яңынан бәлә булып, ҡотҡарыу хеҙмәттәренә бысраҡ ,сүплек, күләүектәр  аша һикереп ярҙамға ашығырға тура  килмәҫме.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика