Юлһыҙлыҡтан интегергәме, әллә дилбегәне үҙ ҡулыңа алырғамы?

Юлһыҙлыҡтан интегергәме, әллә дилбегәне үҙ ҡулыңа алырғамы? 12.07.2017

Сибай ҡалаһынының Клара Цеткин урамында йәшәүселәр икенсе вариантты һайлаған. Бәләкәй тыҡрыҡ айырыуса ямғырҙарҙан һуң ҡыйынлыҡтар тыуҙырған. Урам халҡының район хакимиәтенә һәм эшҡыуарҙарға мөрәжәғәтенән һуң мәсьәлә ыңғай хәл ителә. Урындағы карьерҙан юлға тәбиғи материал ташыла, грейдер эшләй. Ремонт шул уҡ ваҡытта Аҡбуҙат урамында ла алып барыла.

Алексей Данченков, Сибай ҡалаһында йәшәүсе: «Бер нисә йыл рәттән яҙлы-көҙлө, ямғырлы көндәрҙә ошо ерҙән еңел автомобиль менән үтеү бөтөнләй мөмкин түгел ине. Машинаны өй эргәһенә алып ҡайтып еткерә алмай интектек. Әле мәсьәлә ыңғай хәл ителеүенә шатбыҙ».
Балыҡсы йорто яңы биҫтә һанала. Шуға урында йәшәүселәрҙе урамдарҙың сифаты борсой. Төҙөлөш эштәре, планға ярашлы, бер нисә йылға һуҙылыуы ихтимал. Ошо уҡ хәл ҡасандыр Аҫылташ урамында йәшәүселәргә лә таныш булһа, бөгөн улар яңы урамға һөйөнә. Йорт хужаларынан йыйылған аҡсаға һәм район хакимиәте ярҙамында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә юлһыҙлыҡ мәсьәләһе хәл ителгән.
Дилара Поляшова, «Балыҡсы йорто» биҫтәһендә йәшәүсе: «Беҙҙең мөрәжәғәтте депутат күтәреп алды. Беҙ камаз, йөк тейәү хеҙмәте өсөн аҡса түләргә тейеш инек. Хәҙер юлһыҙлыҡ мәсьәләһе беҙҙе борсомай».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика