Юл төҙөүселәр билдәләүенсә, Башҡортостан юлдары сифаты буйынса Европаныҡынан кәм булмаясаҡ

Юл төҙөүселәр билдәләүенсә, Башҡортостан юлдары сифаты буйынса Европаныҡынан кәм булмаясаҡ 30.06.2017

Республиканың автомобиль юлдарын ремонтлау өсөн федераль проекттан ике миллиард  һум  аҡса бүленгән. «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» проекты сиктәрендә юл ремонтлау күләме ике тапҡырға артҡан. Беҙҙең ижади төркөм «Урал алды» федераль автомобиль юлдары идаралығы менән берлектә юл ҡатламы торошон тикшерҙе.

Башҡортостан юл төҙөүселәре автомобиль юлдарын төҙөкләндереүҙә алдынғы донъя  технологияларына таяна. Һыҙаттарҙың тәүге өлөшөнә ҡырсынташлы асфальбетон ҡатламы түшәлә. Инновация алымы менән етештерелгән асфальт ауыр техниканан һуң барлыҡҡа килгән тәгәрмәс эҙҙәренә ҡаршы көрәштә иң ҡулайы. Инженер хеҙмәттәре тарафынан норматив-техник документация буйынса  юлдарҙы тикшереү, көҙгө һыуыҡтарҙа асфальты ярылыуҙан һәм йәмшәйеүҙән һаҡлай.
Владислав Покорский, «Урал алды» федераль юл идаралығының капиталь төҙөлөш бүлеге етәксеһе: «Гарантия һәр бер конструктив элементҡа ҡағыла. Ул айырыуса, асфаль-бетон ҡатламының өҫкө өлөшөнә ҡағыла. Юлдың өҫкө ҡатламы капиталь ремонтҡа ярашлы, дүрт йылға бер ремонтлана».
Подрядсы ойошмаларға ла талап ҡәтғи. Әгәр ҙә дүрт йыл эсендә асфаль емерелә башлаһа, юлсылар уны үҙ иҫәбенә ремонтлай.
Асфальт түшәүсе машина хәрәкәтен теүәлләү маҡсатында өс метрлы рейка ҡулланыла. Технологияны дөрөҫ  үтәгәндә,  асфальттың тигеҙ һәм ауышлығы 20 промиль булырға тейеш.
Юлдың беренсе ҡатламын түшәгәндә невелир ярҙамында юғары нөктәләр билдәләнә. Бындай иҫәпләүҙәр асфальттың ҡалынлығын билдәләргә ярҙам итә.
Федераль юлдарҙың һәр метры ныҡлы тикшереү үтә. Инженер-үлсәүсе Вилдан Ҡаҙаҡбаев етәкселегендәге хеҙмәт бер генә миллиметрға ла  хаталанмай.
Быйыл республикала 228 километр юл ремонтланасаҡ. Ауырғазы районы аша үткән ун километр арауыҡта 20 берәмек техника  һәм махсус лаборатория эшләй. Ентекле тикшереү ремонт процессын стандарттар буйынса үтәргә ярҙам итә. Юлсылар өсөн иң мөһиме-сифатлы һәм хәүефһеҙ юлдар.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика