Юл соҡорҙарына ҡаршы көрәш 31.07.2015

ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан Өфө үҙәге танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Бигерәк тә бында автоһәүәҫкәрҙәр асфальттың сифатлы  түшәлеүенә ҡыуана. Ниһайәт, баш ҡаланың Калинин һәм Орджоникидзе райондарында ла юлдар яңыртыла.   Интернациональ һәм Сельская Богородская урамдарында юлды ике метрғаса киңәйтеү эштәре барһа, Невский яғында юл күпере реконструкциялана. Ихата алдарында яңы парковка урындары булдырыла.  Черниковканы төҙөкләндереү республика етәксеһе Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса башланды. Юлсылар тығындар булмаһын өсөн иртә таңдан ҡара төнгә ҡәҙәр эшләй.

Тимур Мөхәмәтшин, прораб: «Формаһын үҙгәрткән асфальт-бетон ҡатламын кире алабыҙ, юлдарҙы киңәйтәбеҙ, тротуарҙарҙы яңыртабыҙ. Ремонт эштәре дүшәмбе тамамлана».
Яңы асфальт һалынғансы, водителдәргә тиҙлек режимын һаҡлау һорала. Шулай уҡ юлдарҙы төҙөкләндереү менән бер рәттән ҡала сиктәрендә урынлашҡан райондар хаҡында ла ҡарашты үҙгәртә башларға кәрәк. Пландар юғары: Черниковка уңайлыҡтар буйынса Өфө үҙәгенән ҡалышмаҫҡа тейеш.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика