Юл приставы рейдҡа сыға 14.07.2016

Бөгөн Өфөнөң Орджоникидзе районы буйынса суд приставтары һалым хеҙмәткәрҙәре, юл инспекторҙары менән берлектә бурыслы автомобиль хужаларын асыҡланы.  Түләмәүселәр махсус ҡоролма ярҙамында машина номеры буйынса билдәләнә. Штрафты шунда уҡ күсерергә була.

Рейдҡа сығыусыларҙың ҡулында һәр автомобиль хужаһы тураһында тулы мәғлүмәт бар. Бурыслы  кешеләр тураһындағы сигнал машина номеры буйынса бирелә. Юл сатында торған махсус видеокүҙәтеү ҡоролмаһы тимер аттағы һандарға ҡарап  хужаның бирәсәге бармы-юҡмы икәнен асыҡлай. Юл инспекторҙары уларҙы туҡтатып суд приставтарына тапшыра. Бурысты шунда уҡ түләргә мөмкин, күп водителдәр ошо ысулды һайлай.
Бөгөнгө рейд барышында  бурыстарын түләмәй йөрөгән бер нисә водитель туҡтатылды. Улар араһында милек, транспорт өсөн һалым түәләмәүселәр ҙә, алименттан ҡасып йөрөүселәр ҙә бар. Мәҫәлән,  штрафын түләмәй йөрөгән бер такси водителенә  лә бөгөн эшен туҡтатып торорға тура килде. Уны бурыс менән иҫәпләшеү өсөн йәшәү урыны буйынса Калинин районы суд приставтары хеҙмәтенә оҙаттылар. Һалым органдары  вәкилдәре фекеренсә, бурыстарын түләмәүселәр республика бюджетына бик ҙур юғалтыу килтерә.
Әлбиттә, ҡайһы берҙә бурыстарҙың икенсе кешенеке булыуы ла ихтимал. Мәҫәлән, исем-шәриф тулыһынса тап килгәндә берәй кешенең аҙашы өсөн яуап тотоуы ихтимал. Бында осраҡта суд приставтарына мөрәжәғәт итергә кәрәк,  штрафтар кире ҡайтарыласаҡ, арест алынасаҡ.
Белгестәр рейдтарҙы даими ойошторорға ниәтләй, айыруса йәйге йылы көндәрҙә. Сөнки  ҡыш, яҙ айҙарында ҡоролманы эшләтеү ҡатмарлыра, әле иһә бурыстарҙы ҡайтарыу  эшен ойоштороу бик уңайлы.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика