Юл хеҙмәттәренә урам соҡорҙарҙын ямауҙы төнгө ваҡытта әүҙемләштерергә ҡушылды 05.04.2016

Әле баш ҡалала тәүлегенә 600 тоннаға яҡын асфальт һалына, был юлдағы етешһеҙлектәрҙе ҡаплау мөмкинлеге бирә. Быйыл Өфөлә асфальт ҡатламын төҙөкләндереү ғәҙәттәгенән иртәрәк башланды.

Ямау оҙаҡҡа етһен өсөн, эштәрҙе технологияға ярашлы башҡарыу зарур. Тәү сиратта, иҙелмә сифатын юғалтмаһын өсөн, уны билдәле  температураға еткерәләр. Ямаласаҡ соҡорҙоң ситтәре лә тигеҙ булырға тейеш, тап шул саҡта ғына яңы асфальт ныҡлы йәбешә. Материал һайлағанда климатик шарттар ҙа иҫәпкә алына.
Бер тонна иҙелмә 6 квадрат метр соҡорға етә. Бөгөнгә район буйынса 230 тонна асфальт һалынған. Ҡойолма асфальттың тағы бер өҫтөнлөгө - уның күҙ асып йомған арала ҡатыу мөмкинлеге. Транспорт хәрәкәте көсөргәнешле булған ҡала урамдары өсөн был бигерәк тә мөһим. Эштәрҙе башҡарыу сифаты ла даими контролдә тотола.
Рөстәм Рәшитов, Өфөнөң Дим районын төҙөкләндереү муниципаль бюджет учреждениеһы директоры: «Беҙ һалған афальттың составы башта лаборатор шарттарҙа тикшерелә, урамдарҙа эштәр барышын ҡаланың коммуналь хеҙмәте белгестәре күҙәтә. Идаралыҡ мастеры ла бында көн әйләнәһенә».
Ҡала хакимиәте соҡорҙарҙы ямау эштәрен май аҙағына тиклем теүәлләргә тигән план ҡуйған, шуға ла эштәр  өҫтән яуып торғанда ла туҡтамай.
Составында махсус ҡатнашмалар булғанға ҡоймалы асфальт һыуҙан ҡурҡмай. Уны хатта тура күләүек эсенә лә һалалар, был темаға шаяртыуҙар менән интернет тулған.
Махсус ҡоролма асфальт ҡатламын ямғырҙан һаҡлай. Ошо рәүешле юл төҙөкләндереүселәр эш сифатын яҡшыртырға иҫәп тота. Төҙөкләндерелгән юлдар 4 йылға етер, тип көтөлә. Ә бына ҡайһы берәүҙәр улар оҙаҡҡа сыҙамаясаҡ, тигән фекерҙә.
Кем хаҡлы, ә кем яңылышыуын ваҡыт күрһәтер. Баш ҡалала был технология буйынса эштәр 11 марттан дауам итә. Улар Өфөнөң һәр районында үтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика