Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм табиптар ата-әсәләрҙе балаларына иғтибарлыраҡ булырға, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен өйрәтергә саҡыра

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм табиптар ата-әсәләрҙе балаларына иғтибарлыраҡ булырға, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен өйрәтергә саҡыра 02.09.2015

Сөнки уҡыу йылы башланыу менән йәйәүле балалар ҡатнашлығында юл фажиғәләре бермә-бер артты.  

Туғыҙ йәшлек Даниэлде һәм уның өләсәһен юл аша рөхсәт ителмәгән урындан  сығып барғандарында автомобиль бәрҙерә. Юғары тиҙлектә килгән транспорт водителе йәйәүлеләрҙе абайламай ҡала. Өләсәһе әллә ни зыян күрмәһә лә, ейәненең һул  тубығы йәрәхәтләнә.
Беренсе сентябрҙә республикала балалар ҡатнашлығында 5 юл фажиғәһе теркәлгән. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йорт алдында  уйнап йөрөгәндә бер баланы машина бәрҙерә. Видеокүҙәтеү яҙмаһында күренеүенсә,малайҙар ситкән осҡан туп артынан йүгерә. Әммә ошо мәлдә уларҙың береһен  транспорт сараһы төкөй. Әлегә баланың ниндәй хәлдә булыуы тураһында хәбәр ителмәй.  Булгаков ауылында ла "Скания" йөк автомобиле уңға боролған ваҡытта ике тәгәрмәсле транспорт сараһына төкөлә. Әммә ни өсөндөр уҡыусы был ваҡытта йәйәүлеләр өсөн эшләнгән ер аҫты үткәүеленә төшөүҙе кәрәк тип тапмай. Авария һөҙөмтәһендә фажиғәгә тарыусының аяғы һына. Ул республика балалар клиник дауаханаһына оҙатылған.
Светлана Әсәнова, Юххди идаралығының бүлек етәксеһе урынбаҫары: «Балалары артынан ҡарап йөрөгән ата-әсәләрҙе баһалап бөтөргөһөҙ.  Башланғыс синыфтарҙа уҡыусы балалары булған ата-әсәләргә кескәйҙәрен мәктәпкә оҙатып ҡуйырға, ҡаршы алырға кәңәш итер инем. Улар үҙҙәренең миҫалында юл ҡағиҙәләренә лә өйрәтергә тейеш».
Аяныслы статистиканы кәметеү өсөн республикала «Юлда балалар» операцияһы башланды. Инспекторҙар ата-әсәләрҙе, балаларҙы туҡтатып юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында һөйләй. Ләкин ҡыҙғанысҡа, был саралар ғына етмәй. Тәрбиә ғаиләнән башлана, балаһы өсөн иң тәүҙә ата-әсә яуаплы.  
Йыл башынан республикала ике йөҙгә яҡын үҫмер юлда йәрәхәтләнгән. Эңер төшкәндә балалар водителдәргә күренһен өсөн 1-се июлдән яңы закон ғәмәлгә инде. Уға ярашлы ҡараңғы төшкәндә йәйәүлеләр ут яҡтыртыусы фликерҙар тағырға тейеш. Был ҡағиҙәләрҙе лә һәр уҡыусы үтәмәй. Күптәрҙең ҡағиҙәләргә битараф булыуы инспекторҙарҙы хафаға һала.  
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку