Юл билдәләре буйлап рейд 14.09.2016

Республиканың йәмәғәт палатаһы ағзалары юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы һәм «Росавтодор» менән берлектә М-5 федераль трассаһының Өфөнән сыҡҡан урынында юл билдәләре торошон тикшерҙе.  

Уларҙың торошона ризаһыҙлыҡ белдереп,  палата ағзаларына урында йәшәүселәр мөрәжәғәт иткән. Мониторинг бер нисә тиҫтә саҡрым арауыҡта уҙғарылды. Рейд барышында юл билдәләренең Дәүләт стандарты нормативтарына тап килеүе лә тикшерелде.
Кирилл Волков, Башҡортостан йәмәғәт палатаһының юл хужалығы мәсьәләләре буйынса комиссияһы рәйесе: «Был бик көнүҙәк мәсьәлә. Айырыуса, ҡараңғыла, ҡар-ямғыр яуғанда һәм томан төшкәндә билдәләр юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн мөһим. Әле боҙ урынынан ҡуҙғалды, сентябрь аҙағына тиклем яуаплы ойошма хәлде төҙәтергә вәғәҙәләй».
Подряд ойошмаһы вәкилдәре әйтеүенсә, юл билдәләре быйыл яңы технологиялар буйынса һалынған. Термопластик ҡулланыу билдәләрҙең сифатын күпкә яҡшырта.
Андрей Олин, «Һамар-Өфө-Силәбе» автомагистрале идаралығының бүлек етәксеһе: «Термопластик - оҙаҡ хеҙмәт итә торған материал. Маҡсатыбыҙ - юл билдәләре  көндөҙ ҙә, төндә лә яҡшы күренергә тейеш».  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика