Һыуүткәргес бар, хужаһы юҡ

Һыуүткәргес бар, хужаһы юҡ 15.12.2015

Баш ҡаланың 8 март ҡасабаһында өс айҙан ашыу торбаларҙан һыу сығып ята. Урында йәшәүселәр уның эҙемтәләрен бөтөрөүҙәрен һорап ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәгән. Ләкин бер ерҙә лә һыуүткәргестәргә яуаплы кешеләр табылмаған. «Өфөводоканал» да, ҡасабаны хеҙмәтләндереүсе ойошма ла бер -береһенә һылтаныуҙан ары китә алмай. Ә һыу торбаларҙан аға бирә.

Һыу өсөн ярайһы уҡ ҙур сумма түләргә күнеккән Марина Алпарова ер аҫтынан сығып ятҡан һәр тамсыға көйәләнә. Яһалма шишмәнең өс айҙан ашыу ағып ятҡанын иҫәпкә алғанда ергә түгелгән аҡсалар бйатаҡ йыйылып китә. Ә бит етмәгән кубометрҙарҙы әлеге шул халыҡҡа бүлеп япһаралар. Шуға ла авария  ул тиклем ҙур булмаһа ла, Маринаға тынғылыҡ бирмәй. Икенсенән, һыуҙың ҡышын ағып ятыуы эҙемтәһеҙ үтмәй, ти ул.

Марина Алпарова, 8 март ҡасабаһында йәшәүсе: «Мин һөнәрем буйынса геолог. Һыу торбаларына алыҫ түгел газүткәргестәр һалынған. Аҡҡан һыу тимерҙе тутлатып эшлектән сығыуы ла ихтимал. Ул сағында эҙемтәләр ҡот осҡос булыуы ихтимал».

Ҡасабала йәшәүселәр тәүҙә «Өфөводоканал» хеҙмәткәрҙәрен саҡыртҡан. Улары инде тишелгән торбаны төҙөкләндереүҙән баш тарҡан. Йәнәһе лә, аҡҡан һыу беҙҙеке, ә торбалар башҡаларҙыҡы. Асыҡланыуынса, ҡасабаның инженер селтәрҙәре муниципаль милеккә тапшырылмаған. Улар өсөн «Надежда» кооперативы яуаплы булып сыҡты.

Николай Швецов, «Надежда» производство-торлаҡ-төҙөлөш кооперативы президенты: «Торбаларҙы кооператив үҙ аҡсаларына төҙөттө һәм улар беҙҙең иҫәптә. Ә бына аҡҡан һыу уларҙыҡы. Төҙөлгән килешеү буйынса селтәрҙе «Өфөводоканал» ремонтларға бурыслы. Ә улар килеп тә әйләнмәй. Беҙ башҡарылған эштәр өсөн түләргә әҙербеҙ».

«Өфөводоканал» хеҙмәткәрҙәре иһә беҙ ремонтлар инек, әгәр аҡса түләнһә, тиҙәр. Йәнәһе лә, башҡарылған эштәрҙең түләнеренә бер ниндәй ҙә гарантия юҡ.

Мария Шерекина, «Өфөводоканал» предприятиеһының йәмәғәт менән бәйләнеш буйынса менеджеры: «Надежда» коопреративы ремонт башҡарырға ярҙам һорап кисә генә мөрәжәғәт итте. Беҙ торбаларҙы төҙөкләндерергә әҙербеҙ. Әммә эштәрҙең түләнәсәгенә бер ниндәй ҙә ышаныс юҡ».

Тимәк, ике  ойошманың үҙ ара килешә алмауы арҡаһында ғына торбалар ремонтланмай. Бәлки, өсөнсө яҡтың, йәғни Өфө хакимиәтенең, ҡыҫылышы ғына хәлде көйләр. Юҡһа, Марина Алпарованың күҙаллауҙары ысынбарлыҡҡа ашыуы ла ихтимал. Ә газ шартлауы торбанан тамсылап һыу ағыуы ғына түгел.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку