Һыу һәм йылылыҡты  иҫәпләү ҡоролмалары мәжбүри урынлаштырыласаҡ 25.02.2015

Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаттары һәр фатирҙа иҫәп ҡоролмалары ҡуйыуҙы талап итеүсе закон проекты әҙерләй. Был аҙымға уларҙы фатир хужалары биргән мәғлүмәт менән дөйөм йорт күрһәткестәренең тап килмәүе этәргән. Барлыҡҡа килгән айырма миллиондарса һум менән баһалана һәм был күләм йорт хужалары кеҫәһенән ҡаплана. «Торлаҡ кодексы»на индереләсәк яңылыҡ ошо айырманы кәметеүгә йүнәлтелгән.

Октябрь Проспектындағы йортта йәшәүселәр  коммуналь хеҙмәттәргә күршеләренә ҡарағанда күберәк түләргә мәжбүр. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәтләндереү кимәле лә, йорт та башҡаларҙан  бер нимәһе менән дә айырылмай. Халыҡ бындай айырып ҡарауҙың сәбәбен аңлап та етмәй.
Бар бәлә иҫәпләү ҡоролмаларында. Күп кенә өйҙәрҙә фатирҙағы счетчиктарҙан алған күрһәткес дөйөм йорттоҡонан күпкә кәмерәк килеп сыға. Был осраҡта йортто хеҙмәтләндереүсе ойошма бурыста ҡала. Үҙ сиратында улар был күләмде дөйөм йорт ихтыяжы рәүешендә  фатир хужаларынан ҡайтарырға маташа.
Альфред  Зинәтуллин, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары: «Был айырманың барлыҡҡа килеүенә бер-нисә сәбәп бар. Йыш ҡына фатир хужалары иҫәпләү ҡоролмаларының күрһәткестәрен махсус рәүештә кәметә. Күптәрҙә иҫәпләү ҡоролмаларының булмауы ла ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Мәҫәлән, һыуҙы улар  күп ҡуллана, ләкин минималь нормаға ярашлы ғына  түләй. Уның файҙаланған ресурстары өсөн башҡалар түләргә мәжбүр».
Йәғни, иҫәпләү ҡоролмалары булмағандар хеҙмәтләндереүсе ойошманың да, күршеләренең дә кеҫәһенә төшә. Резина фатирҙар менән дә ошондай уҡ хәл. Коммуналь хеҙмәттәргә  рәсми теркәлгән кеше өсөн генә түләп, ысынбарлыҡта ун кеше файҙаланған фатирҙар байтаҡ.
Рөстәм Мөсабиров, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты:  «Был мәсьәләне беҙ һәр фатирға  иҫәпләү ҡоролмалары ҡуйҙыртып ҡына хәл итә аласаҡбыҙ. Шуға күрә счетчиктарҙы мәжбүри рәүештә ҡуйҙыртыу хоҡуғы биргән закон проекты әҙерләйбеҙ. Иҫәпләү ҡоролмаһы юҡ икән штраф түләйәсәктәр. Ә инде бурысы булмағандарға дәртләндереү саралары күреләсәк. Юғиһә, коммуналь хужалыҡ өлкәһендә тәртип урынлаштырып булмаясаҡ. Халыҡ түләмәй, ә идарасы ойошмалар тейешенсә хеҙмәтләндермәй».
Әле коммуналь түләүҙәр буйынса бурыс 3 миллиард һумдан ашып киткән. Дөйөм йорт ихтыяжы буйынса бирәсәк иҫәпләнгәндең ун процентын тәшкил итә. Белгестәр әйтеүенсә, бурысҡа башлыса байҙар һәм ярайһы уҡ яҡшы тәьмин ителгәндәр бата. Ә бына урта хәллеләр түләүҙәрҙе даими күсереп тора.  
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика