Юғары пилотаж оҫталары 09.05.2017

Бөйөк Еңеү көнө уңайынан бөгөн   Кушнаренко районында урынлашҡан «Первушин» аэродромында ҙур һауа байрамы үтте. Мауыҡтырғыс авиашоу йөҙҙәрсә халыҡты бер майҙанға тупланы. Сараға килеүселәргә һауа судноларын яҡындан күреү генә түгел, уларҙа осоп ҡарарға рөхсәт ителде. Ә инде  сәхнәлә барған патриотик концерт байрам программаһын сағыу төҫтәргә мансыны.

Әгәр ҙә бөгөн Мәскәүҙәге хәрби парадтың һауа өлөшө программанан алынһа, «Первушин» аэродромында авиашоу ойоштороуға бер нәмә лә ҡамасауламаны. Пилоттар һауала юғары оҫталыҡ күрһәтеп тамашасыларҙың алҡыштарына күмелде.
Был көндө тиҫтәләгән самолет һауаға күтәрелде. Уларҙың һәр береһе халыҡтың иғтибарын юғары пилотаж менән арбаны. Әлбиттә, ҡош осошо бейеклегендә төрлө фигуралар яһау летчиктарҙан ҡыйыу йөрәк һәм оҫталыҡ талап итә. Шуға ла бындай байрамға әҙерлек алдан уҡ башлаған, ти ойоштороусылар.    
«Первушин» аэродромында бындай авиашоу тәүге тапҡыр ете йыл элек ойошторола башлаған. Йыл һайын комплекс 30-40 мең самаһы тамаша ҡылыусыны ҡабул итә. Был юлы ла Еңеү көнөнә арналған байрам сараһына йөҙҙәрсә кеше килде. Халыҡты  күберәк йәлеп итеү маҡсатында Өфөнән бушлай автобустар ҙа ойошторолған ине.    
Авиашоуҙан тыш, майҙанда төрлө уйындар, байрам концерты ла ойошторолдо. Сәхнәлә һуғыш йылдарына арналған төрлө патриотик йырҙар яңғыраны. Байрамдан шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән тыл хеҙмәтсәндәре лә ситтә ҡалмаған. Еңеү яҙын яҡынайтыусылар бөгөнгө сараның төп ҡунаҡтары.  
Халҡыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлығы бер ваҡытта ла онотолмай. Кушнаренко районында үткән бөгөнгө байрам да илһөйәрлек, фашизмға ҡарата нәфрәт һәм тыныслыҡҡа ынтылыш кеүек хистәрҙе берләштергән үҙенсәлекле байрамға әүерелде.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика