Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ! 05.11.2014

Баймаҡ районының Урғаҙа ауылы халҡы ауылда эсер һыу булмауға зарлана. Ҡоҙоҡтарҙа һәм скважиналағы һыу тоҙло, эсергә яраҡһыҙ тип табылған. Халыҡ урындағы хакимиәттән күрше ауылдарҙан һыу үткәреүҙе талап итә. Ун йыл элек ауылға көн дә тракторҙарҙа эсер һыу ташығандар. Һуңғараҡ 5 скважина төҙөлгән. Ләкин бер нисә йыл үткәс, уларҙан да файҙа юҡ.

Фирүзә Илбәкова йылына дүрт тапҡыр сәйнүк алмаштыра. Һыу тоҙло, болғансыҡ, шуға ла сәйнүк төбөнә эзбиз  ултыра. Ҡатламды  лимон кислотаһы менән генә бөтөрөргә мөмкин,ти  ҡатын. Бер нисә тапҡыр таҙартыуға сәйнүктең төбө тишелә.
Ауылда һыу  проблемаһы элек-электән бар. Тәүҙәрәк һыуҙы трактор менән ташыйҙар ине, һуңғараҡ махсус торбалар үткәрҙеләр. Ләкин 2010 йылдан таҙа һәм эсергә яраҡлы һыу булғаны юҡ, тип зарлана урындағы халыҡ.
Ауыл халҡы һыуҙың ни өсөн тоҙло булыуын аңлап етмәй. Ҡайһы берәүҙәр белгестәргә лә мөрәжәғәт иткән. Һыу составында ауыр металдар күп булыуы асыҡланған.
Урғаҙа ауылында ике меңдән ашыу кеше йәшәй. Бер йортта ла таҙа, йомшаҡ һыу юҡ. Ауылдың бер яҡ өлөшөндә һыуҙы ҡайнатҡас әҙерәк йомшарһа, икенсе өлөшөндә, насар һыуҙан хатта йәшелсә-емеш тә үҫмәй.
Һыу проблемаһын хәл итер өсөн күрше ауылдарҙан торба һуҙырға  кәрәк. Ауылдың үҙенең скважинаһы ла бар. Унан һыу алған өсөн халыҡ  ай һайын аҡса түләп тора. Ләкин скважинанан килгән һыу ҙа яҡшы түгел.
Етмешенсе йылдарҙа һалынған торбалар иҫкергән. Шуға ла уларҙы тулыһынса алмаштырырға кәрәк. Ә ауыл халҡын эсәр һыу менән тәьмин итеү аҡса мәсьәләһенә килеп туҡтала.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика