Һыуҙан ҡоро сығып булырмы? 18.04.2016

Республикала яҙғы ташҡын дауам итә. Уҙған тәүлектә Ағиҙел 27, Ҡариҙел 21 сантиметрға күтәрелгән. Белгестәр йылғалар әле генә ярҙарына ҡайтмаясаҡ тип билдәләй, ямғыр яуһа ташҡындың тағы көсәйеүе ихтимал. Өфө эргәһендә мәҫәлән, Дим йорттарға тиклем барып еткән.

Анатолий Уронов өс көн инде ишкәктәрен һалмай. Ул йәшәгән Заречная урамынан тик кәмәлә генә йөрөп була. Ярҙарынан сыҡҡан Дим тиҫтәгә яҡын йортто ҡамауҙа ҡалдырған. Иң хәүефлеһе, һыу күтәрелеүен дауам итә. Быны Анатолий үҙе ҡуйған тамғаға ҡарап белә.
Анатолий Уронов, Заречная урамында йәшәүсе: «Беҙҙең урам түбәндә, шуға ла һыу беҙҙе беренселәрҙән булып баҫа. Өсөнсө көн шулай йәшәйбеҙ. Минең күҙәтеүҙәрем буйынса, бер сәғәт эсендә һыу  тағы сантиметр ярымға күтәрелде».
«Сиған яланында» йәшәүселәр үҙҙәрен һыу баҫыуға өйрәнеп бөткән. Шуға ла йорттарын улар бейегерәк итеп төҙөй, ғәҙәттә, аҫҡы ҡатта гараж, келәт кеүек техник бүлмәләр урынлаша. Бынан тыш, башҡа биналар ҙа ағып китмәҫлек итеп эшләнә.
Бында йәшәүсе һәм кемдең тиерлек ташҡын ваҡытында мөлкәтен һаҡлап ҡалыу сере бар. Әйтәйек, Уроновтар һыу күтәрелгәндә мунсаһы ағып китмәһен өсөн бураны нигеҙгә ошондай сылбырҙар ярҙамында беркеткән. Улар мунсаның һәр яғында бар. Сара ышаныслы булыуын иҫбатлаған, 2007 йылда, һыу ошо тиклем күтәрелгәндә лә мунса урынында ҡалған.
Яҙғы ташҡын осорона урындағы халыҡ аҙыҡ-түлеген, эсәр һыуын алдан хәстәрләп ҡуйырға күнеккән. Бынан тыш, һәр ғаиләлә аҙналыҡ консерва һәм ярма запастары бар. Сөнки һыу тағы күтәрелә ҡалһа ла, улар бер ҡайҙа ла китергә йыйынмай.
Тамара Стяжкина, Заречная урамында йәшәүсе: «Беҙ бында 30 йылға яҡын йәшәйбеҙ, шуға бер нимәнән дә ҡурҡмайбыҙ. Элегерәк ташҡын көслөрәк була торғайны, беҙ йортобоҙҙо бер ваҡытта ла ташлап китмәнек. Электр утын һүндерһәләр, генератор ҡулланып торорбоҙ».
Әле тиҫтәгә яҡын йорт һыу ҡамауында. Шуға ҡарамаҫтан урамда  тормош дауам итә. Бары тик халыҡ автомобиль урынына кәмәгә күсеп ултырған.
Шул уҡ ваҡытта бер нисә көндән һыу тағы ла юғарыраҡ күтәрелмәҫ тип бер кем дә әйтә алмай, синоптиктар был аҙнала ямғыр яуыр тип фаразлай.  
Ҡотҡарыусылар йылға буйында йәшәүселәрҙе уяу булырға саҡыра. Сөнки ташҡын тотороҡло булыр тип күҙаллаһалар ҙа, тәбиғәт үҙенекен итеүе ихтимал.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика