Һыу аҫтында ҡалған йорттарға ҡыр өйрәктәре эйәләшкән

Һыу аҫтында ҡалған йорттарға ҡыр өйрәктәре эйәләшкән 10.04.2015

Өфө районының Ҡыҙылъяр ауылында йәшәүселәр бер-нисә йыл рәттән баҫыуҙан аҡҡан ҡар һыуынан ыҙалай. Былтыр хатта, метр ярымға тиклем күтәрелгән. Әле һыу саҡ күтәрелә башлаған.

Хөснөтдиновтар ғаиләһе һыу аҫтында ҡала башлаған йортона ҡарап әйләнер өсөн ҡайта. Гүзәл Хөснөтдинова тормош иптәше, балалары менән ҡәйнәһендә торорға мәжбүр. Йыл да яҙ айҙарында бер үк хәлдән ыҙа сигә улар. Ул да булһа  ҡар һыуы.
Әлбиттә, һыу аҫтында ҡалған йорт ихатаһында бер ҡыр өйрәктәре генә йөҙмәй. Һыу менән ҡуша эскә сүп-сар ҙа ағып  инә. Ҡыҙылъяр ауылында Хөснөтдиновтарҙан тыш, тағы ла тиҫтәләп кеше ошондай шарттарҙа йәшәй. Уларҙы барыһын да бер мәшәҡәт берләштерә.
Һыуҙың күтәрелә башлауына бөгөн өсөнсө көн. Ҡыҙылъяр ауылы халҡы был бәләнең башы ғына тип хәүефләнә. Йыл да ҡабатланған бер үк күренеш. Былтыр баҫыуҙан аҡҡан ҡар һыуы хатта, метр ярымғаса күтәрелгән.
Урындағы етәкселек былтыр килеп тыуған проблеманы хәл иткән итеүен. Сентябрҙә юлға балсыҡ түшәлгән. Ул әлбиттә, хәлде тағы ҡатмарлаштырған. Килеп тыуған проблема менән урындағы етәкселек әле лә хәбәрҙар. Тик барыһын да финанс ҡыйынлыҡтар тотҡарлай.
Тимәк, халыҡҡа әлегә көн ҡороуын көтөүҙән башҡа сара юҡ. Быйыл йәй ниһайәт, мәсьәлә хәл ителер, тигән өмөттә ҡала улар.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку