Һыуға төшһәң, абай бул!

Һыуға төшһәң, абай бул! 21.07.2016

Һауа торошо саманан тыш эҫе булыу сәбәпле йылға-күлдәрҙә ял итеүселәр һаны арта. шул уҡ ваҡытта пляждарҙың байтаҡ өлөшө тейешле тикшереү үтмәгән һәм уларҙа һыу инеү бөтөнләй тыйылған. Бөгөн Өфөнөң Ленин районы ҡотҡарыусылары махсус рейдҡа сыҡты. Маҡсат һыуҙа бәхетһеҙ  хәлдәрҙе иҫкәртеү.

Рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инеү буйынса рейд башланып та өлгөрмәне тәүге тәртип боҙоусылар - бәлиғ булмаған балалар. Улар ололар ҡарауынан тыш, үҙҙәре генә йылғаға килгән. Урында уҡ аңлатыу эштәре алып барылды. Артабан ҡотҡарыу хеҙмәте балаларҙың ата-әсәләре менән бәйләнешкә инәсәк.

Хатта әсә кешеләр ҙә иҫкәртеүҙәргә битараф. Тыйылған урында  һыу ингән халыҡ тәүҙә шәлтә менән генә ҡотолһа, ә инде сикләүҙе  бөтөнләй һанға һуҡмаусылар административ яуаплыҡҡа тартырыла. Штраф күләмен өс меңдән башлана.

Рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инеү буштан юҡҡа уйлап сығарылмаған. Әгәр ул урын тыйылған икән, тимәк быға еңелсә ҡарарға кәрәкмәй, ти белгестәр. Өфөнөң Затон биҫтәһендәге Ағиҙел ярында ғына төҙөлөш материалдары, сүп-сар, быяла ярсыҡтары ята. Ә инде ошонан сығып һыу төбөндә ни булғанын аныҡ ҡына әйтеп булмай.

Ҡотҡарыусылар йылға-күл буйҙарында ял итергә яратыусыларҙы һаҡ һәм  уяу булырға саҡыра. Өфө ҡалаһы биләмәһендә 10 рәсми һыу инеү урыны эшләй. Улар барыһы ла тейешле талаптарға яуап бирә, уларҙа ял итеүселәрҙә үҙҙәрен  һыуҙа ышаныслы тоя ала. Ә инде стастиска мәғлүмәттәренә килгәндә, йыл башынан республика буйынса 45 кеше һыуға батҡан, шуларҙың 11 балалар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика