Һыуға һалған аҡсалар 12.11.2015

Баш ҡалала йәшәүсе тиҫтәләп клиент мебель менән сауҙа итеүсе шәхси эшҡыуар эшмәкәрлегенә ризаһыҙлыҡ белдерә. Йыһаз өсөн аҡса түләнгән, тик хужалары һаманғаса  мебелдәрен ала алмай. Халыҡтың төрлө инстанция тупһаларын тапауҙан да һөҙөмтә юҡ. Эшҡыуар вәғәҙә биреүҙән үтә алмай.

Мебель алам тип берәүҙәр 40, икенселәре егерме, ә бәғзеләр хатта, 80 мең һумға тиклем аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Ғәҙеллек талап итеүҙе һорап сауҙа үҙәгенә халыҡ тәүгә генә йыйылмай. Тик йыйылыштың һөҙөмтәһе генә юҡ. Шулай уҡ төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итеүҙең дә файҙаһы булманы, ти алданыусылар.
Әйткәндәй, был хәл икенсе йыл дауам итә. Йорт йыһаздары менән сауҙа итеүсе ағалы-ҡустылы Гарник менән Серж Хамбекяндар халыҡ менән осраша-осрашыуын, тик уларҙың вәғәҙәһе ике йылғаса һуҙыла. Мебелдәр һаманғаса юҡ. Хамбекяндар сауҙа өлкәһендә тиҫтә йылдан ашыу эшләй. Сауҙа йортон етәкселегенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡуртым өсөн дә улар тартып-һуҙып иҫәпләшер булған.  Һуңғы ваҡытта һатып алыусылар араһында тыуған аңлашылмаусанлыҡ арҡаһында, ике яҡ араһындағы килешеүҙе өҙөргә тура килде, ти сауҙа йорто директоры Анастасия Маркелова.
Анастасия Маркелова, сауҙа йорто директоры: «Ҡуртымсы бығаса тик яҡшы яҡтан ғына телгә алына ине. Һуңғы ике йылда эшҡыуарҙың һатып алыусы араһындағы аңлашылмаусанлыҡ, күп һанлы мөрәжәғәттәр беҙгә килешеүҙе өҙөргә мәжбүр итте. Ни тиһәң дә, халыҡтың фекере беҙҙең өсөн мөһим».
Ә шәхси эшҡыуар заказдарҙың тотҡарланыуын Ульяновск өлкәһе мебель фабрикаһына япһара. Һатып алыусылар менән килешеүҙең ғәмәлдә булыуын, теләгән ваҡытта аҡсаны ҡайтара алыуҙарын билдәләй.
Шәхси эшҡыуар менән сауҙа йорто араһындағы килешеүҙең ваҡыты 30 ноябрҙә үтә. Быға тиклем ағалы-ҡустылы Хамбекяндар барыһына ла заказдарын ҡайтарып бирергә тип етәкселеккә вәғәҙә биргән. Тик һатып алыусылар хәбәргә ышанып етмәй. Шуға ла етәкселек уларға сауҙа үҙәгендәге урынды  30-на тиклем бушатыуҙы талап иткән. Тик булмаған мебель өсөн түләнгән аҡсалар ҡайтарылырмы? Беҙҙең ижади төркөм ваҡиғалар үҫешен артабан да күҙәтеп барасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика