Әйткәндәй, баш шәфҡәт туташтары, табиптар хәҙер һыраханаларҙа ла бар

Әйткәндәй, баш шәфҡәт туташтары, табиптар хәҙер һыраханаларҙа ла бар 22.01.2017

Ышанмайһығыҙмы? Улайһа, бына күрегеҙ!! Шишмәләге яңы медицина учреждениеһында яңы вазифалар. Һырахананың баш шәфҡәт туташы тип яҙылған.  Комментарий бында артыҡ.

Юҡ, мин аңлайым, һыра эсергә бәлки, яраталарҙыр ҙа табиптар, тик ни өсөн һуң был тиклем үк афишаларға? Ә бәлки, балта тотоп килеүсе пациенттарҙан маскировкалыр был? Йәнәһе лә, мин һырахана хеҙмәткәре, белмәйем дә күрмәйем. Ә бына был тәржемә инде мыҫҡыллау. Ультразвуковая тикшеренеүҙәр кабинеты тип яҙылған.  Һығымтаны үҙегеҙ яһағыҙ.  Сит илдән килгән инвесторҙар үҙ кибеттәрендә былай яҙһа аңлар инем, телде бөтөнләй белмәйҙәр,яңылышҡандарҙыр тип. Ә бит Шишмәлә шул уҡ үҙебеҙҙең башҡорт, татар  йәшәй. Әҙ генә булһа ла телде аңлаған, хатаға төртөп күрһәтерлек берәйһе булманымы икән ни? Хәйер, яҡын арала алтаҡталар, атамалар табличкаларын яҙыу тәртибе оҙаҡламай үҙгәрәсәк. Республиканың мәғариф министрлығы ошо туралағы ҡануниәткә үҙгәрештәр индермәксе. Был башланғыс тураһындағы сюжет киләһе аҙнаға әҙер булыр.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика