Ысын мөхәббәтте улар тормош һынауҙарын үтеп, Октябрьский ҡалаһының ҡарттар һәм инвалидтар йортонда таба

Ысын мөхәббәтте улар тормош һынауҙарын үтеп, Октябрьский ҡалаһының ҡарттар һәм инвалидтар йортонда  таба 14.10.2015

Ике ғаиләнең дә яҙмышы ла бер-береһенә оҡшаш.Стереховтар Өфөлә тыуған, һуңынан балалар йортона эләккән. Үҫкәс яҙмыш   икеһен ике ҡалаға ташлаһа ла йылдар үткәс, яңынан осраша. Клавдия Низамова менән Александр Корминдарға ла тормош ҙур һынауҙар ҡуйһа ла, улар төшөнкөлөккә бирелмәгән.

Галина Низамова, Октябрьский ҡарттар һәм инвалидтар йортонда йәшәүсе: «Бөтә эште икәүләп  башҡарабыҙ. Минең тормош иптәшем тормошта миңә ҙур терәк».
Галина Низамова ҡарттар һәм инвалидтар йортонда үҙ яртыһын таба. Иғтибарлы, ихтирамлы Александр  Николаевич менән һигеҙ йыл элек өйләнешәләр. Ғаилә ҡороусыларға интернатта айырым бүлмә бирелә. Бөгөн улар  бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлап торған бәхетле пар. Александр Николевич оҫта йырсы булараҡ дан алған, Галина Клавдиевна ла интернат тормошонда әүҙем ҡатнаша. Яңғыҙлыҡтан нисек ҡотолоу тураһында эсселар яҙа.
Стереховтар ғаиләһе иһә Галина Клавдиевна һәм Александр Николаевичтан күпкә йәшерәк быуын вәкилдәре.
Жанна Стерехова: «Октябрьский ҡалаһы минең яҙмышымда хәл иткес роль уйнаны. Мин был ҡалала үҙ яҙмышымды таптым».
Михаил Стерехов: «Бында 1993-сө йылда килдем.Мине Учалы ҡалаһына ебәрергә ҡарар иткәйнеләр, ә мин Октябрьскийҙы һайланым. Жаннаны мин тәү ҡараштан яраттым. Ләкин ул миңә бик оҙаҡ ризалыҡ бирмәне».
Яратҡан, йән тартҡан кешеһен Михаил алты йыл дауамында тәрбиәләй. Өс йыл элек өйләнешәләр. Ғаилә ҡорғас, үҙҙәренең мөйөшөн булдырырға теләп, социаль торлаҡҡа сиратҡа баҫалар. Ниһәйәт, күптән түгел Октябрьский ҡалаһында үҙ фатирҙарына күсенәләр.
Улар икеһе лә интернатта  йәшәгән йылдарын йылы итеп хәтерләй.Әйткәндәй тиҙҙән Стереховтар ғаиләһендә сабый тыуасаҡ. Бәләкәстәре бәхетле булһын өсөн улар бар тырышлығын һаласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку