Ысын дуҫ бәләгә килгәндә һынала 05.09.2014

Ҡырым Республикаһының Белогорск районы халҡы тәбиғәт ғәрәсәтендә зыян күргән Башҡортостан райондарына матди ярҙам күрһәтәсәк.  

Улар бер көнлөк эш хаҡтарын ҡазаға тарыусылар иҫәбенә күсерәсәк. Был турала урындағы хеҙмәт коллективтары йыйылышында хәл ителгән.  
Быйыл Башҡортостан Белогорск районын шефлыҡҡа алғайны.  Ярҙам йөҙөнән республика ярымутрауҙа йәшәүселәргә  бер нисә берәмек техника, аҙыҡ-түлек, медицина препараттары,  шулай уҡ мәктәп өсөн кәрәкле ҡорамалдар оҙатты. Бынан тыш, Башҡортостан  Белогорск районы мәктәптәрен төҙөкләндереү, урып-йыйыу эштәрендә һәм төбәкте ҡышҡы миҙгелгә әҙерләүгә лә булышты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика