Ҡышты нисек үткәрергә? 21.01.2015

Ошо һорау менән беҙҙең редакцияға баш ҡаланың Әй урамы, 79 кәсер 1 һанлы йорт хужалары мөрәжәғәт итте. Бында йәшәүселәр ике йыл элек эшләнгән капиталь ремонттың сифатына  ризаһыҙлыҡ белдерә. Идарасы компания үҙ өҫтөнән яуаплылыҡты алыу яғында.

Бына ошолай күгәргән стена, ул влажный. Шуға обойҙар китә...
Регина Йәләлетдинова бер йыл эсендә икенсегә обой йәбештерҙем тип зарлана. Аш-һыу бүлмәһе стенаһына  күк төшкән.
Етмәһә, һауа ла дымлы. Тәҙрә төптәре һыу. Фатир эсендә һыуыҡ. Шулай ҙа белгестәр температура 22 градус, йәғни тейешле нормаға яуап бирә тип иҫәпләй.  Ә ни өсөн иҙәнгә баҫырлыҡ түгел, һыуыҡ? Хужабикә ун айлыҡ балаһын ҡат-ҡат кейендерергә мәжбүр, өйөн йылытыр өсөн бүлмә ишектәрен  юрған менән ҡаплаған.
Йәләлетдиновтар ғына  түгел, Әй урамының, 79 кәсер 1 һанлы йорттағыларҙың барыһы ла тиерлек ошондай шарттарҙа йәшәй. Йорт хужаларының күбеһе ҡасандыр төҙөлөш өлкәһендә эшләгән. Шуға бәләнең ҡайҙан килеп сығыуын улар яҡшы белә. 2012 йылда эшләнгән капиталь ремонт тейешле кимәлдә башҡарылмаған, тигән фекерҙә фатир хужалары. Бина тышҡы яҡтан өлөшләтә генә йылытылған.  Һауа үтерлек аралар  ҡалдырылған.
Йорт хужалары ҡаланың Совет районы торлаҡ хужалығы идаралығына ялыу яҙып та  ҡараған. Тик коммуналь хужалыҡ вәкилдәре фатирҙарҙа температура тейешле нормаға яуап бирә тип иҫәпләй. Ә стенаға күк төшөү сәбәптәрен улар йорт хужалары журналистарға мөрәжәғәт иткәс кенә белгестәр ярҙамында асыҡлап ҡарарға тырышҡан.  
Бөгөн йортто барып ҡараған белгесебеҙ сәбәп капиталь ремонтҡа бәйле түгел тип ҡайтты. Йорт совет осоронда башҡа нормативтар буйынса төҙөлгән. Ә мөйөштә урынлашҡан фатирҙарҙа елләтеү системаһы етешмәй. Махсус тикшереүҙән һуң фатир хужалары менән берлектә  сәбәптәрҙе төҙәтеү буйынса эшләйәсәкбеҙ.
Был осраҡта йорт хужаларын башҡа мәсьәләләр борсой. Етешһеҙлектәр өҫтөндә эш ҡасан һәм кемдең кеҫәһенән  башҡарыласаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика