Ышанһаң да, тикшер

Ышанһаң да, тикшер 10.02.2016

Беҙҙең редакцияға Өфө районынан Фәзит Фәтҡуллин мөрәжәғәт итте. Шәхси эшҡыуар йыл ярым элек Бурцев, Шмидтов һәм Урыҫ Юрмаш  ауылдарында башҡарған эштәре өсөн урындағы хакимиәттән аҡса ала алмауына зарлана.

Урамда яҡтылыҡ урынлаштырыу, фонарҙәр ҡуйыу - был бригаданың төп табышы. Компания йыл ярым элек өс ауылда 200 яҡын лампа ҡуя. Ойошма етәксеһе белдереүенсә, башҡарылған эш хаҡы ике миллион 800 мең һумға төшә. Ләкин урындағы хакимиәт уның бер өлөшөн генә түләй.
Шәхси эшҡыуар әйтеүенсә, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын түләү өсөн ул 750 мең һумлыҡ кредит алып бурысҡа бата. Урыҫ Юрмашы ауыл биләмәһе хакимиәтенә аҡса һорап көн һайын тиерлек йөрөй. Ләкин һөҙөмтәһеҙ. Етмәһә, Фәзит Фәтҡуллиндың ҡулында башҡарылған эштәр тураһында бер ниндәй ҙә документ юҡ. Һүҙҙә генә һөйләшеп килештек, тип белдерә ул. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Миләүшә Мөталиповаға шылтыратһам да, тик вәғәҙәләр генә ишетәм тип зарлана. Урыҫ Юрмашы ауыл биләмәһе башлығы ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡтан эш урынында юҡ. Уны ваҡытлыса алмаштырыусылар ҙа эш буйынса киткән.
Өфө район хакимиәтендә шәхси эшҡыуарға бер нимә менән дә ярҙам итә алмайҙар - уның ҡулында килешеү юҡ. Бынан тыш, йөҙ мең һумдан ашыу суммаға эштәр башҡарғанда, ойошма тендерҙа ҡатнашырға тейеш. Ә һүҙҙә генә килешеүҙең юридик көсө юҡ.
Хәҙер компания эшселәре ҡуйған лампаларын кире Һүтеп алырға ниәтләй. Ләкин урындағы хоҡуҡ һаҡлау органдары дәүләт милкенә тейгән өсөн енәйәт эше асырға ла хоҡуҡлы. Шуға ла Фәзит Фәтҡуллинға һүҙҙәге килешеүҙең башҡарыласағына ышанырға ғына ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика