Ҡышҡы һыуыҡ аямай

Ҡышҡы һыуыҡ аямай 27.11.2014

Туңыу, тән өлөштәрен өшөтөү кеүек бәхетһеҙ осраҡтар бигерәк тә асарбаҡтар араһында йыш осрай. Бөгөн Өфөлә «Өйһөҙгә ярҙам ит» тип исемләнгән акция үтте. Республика комплекслы социаль үҙәге хеҙмәткәрҙәре асарбҡтарҙы  эҙләп рейдҡа сыҡты.

Тормош һынауына дусар булғандар йыл әйләнәһенә урамда йәшәй. Бөгөн социаль үҙәк хеҙмәткәрҙәре уларға йылы кейем-һалым, аҙыҡ һәм медикаменттар таратты. Улар Өфөнөң Киров, Ленин, Совет райондарын йөрөп сыҡты. Ун кеше салбар, кофта, куртка, бейәләйҙәр һәм баш кейеме алып ҡыуанды.
 Флүр Ғилманов: «Ҙур рәхмәт. Бындай ярҙам бер ҡасан да күрһәтелгәне юҡ ине. Ғүмеремдә беренсе тапҡыр хәстәрлек тойҙом».
 Руслан Ҡужин, республика комплекслы социаль үҙәк хеҙмәткәре: «Кәрәк булһа, медицина ярҙамы ла күрһәтәбеҙ. Дарыуҙар биреп китәбеҙ. Берәйһе ауыр хәлдә булһа, Ашығыс ярҙам саҡырабыҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика