Ҡышҡы кистәрҙә бәйләм бәйләү электән килгән йола

Ҡышҡы кистәрҙә бәйләм бәйләү электән килгән йола 09.01.2015

Ул ҡайһы бер ауылдарҙа  һаҡланып ҡалған әле. Федоровка районында  йәшәүсе ҡул эштәре оҫтаһы Фәйрүзә Йосопова  ябай ғына  энә һәм еп, йөн ярҙамында көн һайын гүзәллек тыуҙырырға күнеккән. Ижади эштәрен ул һатмай,  яҡындарына бүләк итә.      

Ҡул эштәренә Фәйрүзә Йосопова алты йәшлек сағында өйрәнгән. Ул ваҡыттағы юҡлыҡта кеше кәрәк-яраҡты, кейем -һалымды  үҙ ҡулдары менән булдырған. Ишле ғаиләлә һигеҙенсе бала булып донъяға килгән ҡыҙ бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫә. Хаҡлы ялға сыҡҡас, был шөғөл күңел йыуанысына әйләнә. Сигеү сигә. Уның ҡул эштәре араһында мамыҡ шәл, бейәләй-ойоҡбаштар, ултырғыс япмалары, хатта роза сәскәләре лә бар.Күптән түгел  келәм дә һуға башлаған.
Яҡындары әйтеүенсә, Фәйрүзә Йосопова һәр ваҡыт эҙләнә. Бер көндә бер-нисә бәйләм бәйләп ҡуя. Һәр эшенә доға уҡып тотона. Кәрәк булһа тормош иптәше лә ярҙам итә.
Йосоповтарҙың  күңел йылыһы, төҫтәр байлығынан балҡып торған йортонан  кеше өҙөлмәй. Ауылдаштары алтын ҡуллы ханымдан бәйләү серҙәренә  өйрәнергә килә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку