Ҡыш көрт йырып, яҙлы-көҙлө күләүектәр кисеп... 11.01.2016

Белорет районы Йәндек ауылында йәшәүселәр  миҙгел һайын юлһыҙлыҡтан ыҙа сигә. Ваҡыты менән хатта ҙур донъя менән бәйләнеш  бөтөнләй өҙөлә.  

Йәндек Башҡортостан картаһында сағыштырмаса яңы барлыҡҡа килгән ауыл. Әлегә тиклем ул 25-се километр тип аталды. Ауылды күрһәткән билдәләр юҡ, юл да йүнәлеште хәтерләтә. Тәжрибәле водитель Айрат Йыһаншин был тирәләрҙе яҡшы белә.
Көн һайын көрт йырып ҙур донъяға сыға Баныу ханым. Биш бала әсәһе ярты йыл самаһы элек тормош иптәшен юғалтҡан. Хәҙер барлыҡ тормош мәшәҡәте уның иңендә. Юлһыҙлыҡ тамам йонсотһа ла, көн дә иртән эшкә барырға кәрәк. Өйгә иҫән-имен ҡайтып еткәс ул,  яҡындары менән бәйләнешкә сыға. Урман аша үткән һуҡмаҡта йыш ҡына йыртҡыс йәнлектәр ҙә осрап ҡуя.
Ҡәҙерле балаларын Баныу ханым аҙнаһына бер генә күрә. Юл булмағас улар күрше Сермән ауылына йөрөп уҡый алмай. Интернатта торорға мәжбүрҙәр.
Юлһыҙлыҡ тамам йөҙәтһә лә Йәндек ауылы халҡы тыуған тупраҡтарын ташлап, күрше ауылдарға күсенергә ашыҡмай. Атай нигеҙен ҡороторға теләк юҡ тип билдәләй улар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика