Ҡыш еткәс юл төҙөкләндерелә. Өфөнөң Салауат Юлаев проспектында бөгөн ремонт башланды

Ҡыш еткәс юл төҙөкләндерелә. Өфөнөң Салауат Юлаев проспектында бөгөн ремонт башланды 07.11.2016

Ай аҙағына тиклем баш ҡаланың төп транспорт артерияһында тәгәрмәс йырындары тигеҙләнә. Юлға махсус техника сығыу сәбәпле, тиҙлек режимына ла үҙгәрештәр индерелде. Проспекттың ҡайһы бер урындарында хәҙер сәғәтенә 40 километрҙан да арттырырға ярамай.

Ирекһеҙҙән тыуған халыҡ ижады өлгөһө, юлдарҙағы хәлгә бәйле. Эҫе йәй һөҙөмтәһендә асфальт ҡатламы иреп тәрән йырындар барлыҡҡа килгән. Транспорт ағымы көслө булған ҙур мегаполиста улар йыш ҡына күңелһеҙ ваҡиғаларға сәбәпсе була. Өфөнөң Салауат Юлаев проспектында подрядсы ойошма   етешһеҙлектәрҙе үҙ иҫәбенә бөтөрөргә ҡарар иткән. Бөгөндән төп транспорт артерияһында йырындарҙы тигеҙләү эштәре башланды.
Анна Горюхина, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары: «Салауат Юлаев проспектында юлды тигеҙләү эштәре бара. Хеҙмәткәрҙәр тәрән йырындар барлыҡҡа килгән урындарҙа асфальтты ҡыра. Был сара юл япмаһын тигеҙләргә һәм  транспорт ваҡиғаларын иҫкәртергә мөмкинлек бирә».
Төҙөкләндереү эштәре сәбәпле, Салауат Юлаев проспектында тиҙлек режимында үҙгәрештәр бар. Төп транспорт артерияһында урыны менән сәғәтенә 40 километр менән генә йөрөү рөхсәт ителә. Сикләүҙәр ваҡытлыса, шуға ла барлыҡ юл билдәләре лә урынлаштырылып бөтмәгән, видеокүҙәтеү ҡоролмалары иһә ҡағиҙә боҙоуҙарҙы теркәүгә көйләнгән.
Ҡеүәтле техника асфальттағы йырынды һә тигәнсе тигеҙләп үтә. Әлегә яңы юл ҡатламы һалынмаясаҡ тип ышандыра подрядсы ойошма вәкилдәре.  Ә әлегә оҙайлы тығында торорға мәжбүр булған автоһәүәҫкәрҙәрҙе, «Миҙгел һайын юл йүнәткәнсе, сифатлыраҡ итеп эшләп ҡуйһаң яҡшыраҡ булмаймы икән», - тигән һорау борсой.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика