Ҡыш башынан алып Өфөнән 1 миллион кубометр ҡар сығарылған

Ҡыш башынан алып Өфөнән 1 миллион кубометр ҡар сығарылған 06.01.2017

Был уҙған йылдың  февралендәге күрһәткескә тиңләшкән. Һуңғы көндәрҙә күпләп ҡар яуыуы һөҙөмтәһендә ҡаланың  коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән режимда эшләй. Туҡтауһыҙ яуған ҡар юлдарҙы күмә, бигерәк тә ихаталарҙа йөрөү ауырлаша.

Өфө ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, күп ҡатлы йорттар араһындағы майҙандар график буйынса таҙартыла. Иғлан алдан эленә, уға ярашлы, автоһәүәҫкәрҙәргә машиналарын ҡырға күсереп торорға кәрәк, сөнки күп ваҡытта махсус техникаға ҡар таҙартырға ҡарауһыҙ ҡалдырып кителгән транспорт ҡамасаулай.
Тотороҡһоҙ һауа торошо алдағы өс көндә лә һаҡлана. Көслө ҡар яуыуы, айырым райондарҙа буран сығыуы көтөлә. Юлдарға көрт һала, күреү мөмкинлеге  500 метрҙар 1 мең метрға тиклем сикләнә. Һауа температураһы түбәнәйә, 7 ғинуарҙа 5-10, урыны менән 17 градусҡа тиклем, ә  9 ғинуарҙа 20 градусҡа тиклем һыуытыр тип күҙаллана. Ел секундына 16 метрға тиклем тиҙлектә иҫә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика