Ҡыш бабайҙың ҡунаҡ тирмәһе Торатауҙа 10.11.2015

Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында уҙғарылған конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Яңы йыл хужаһы -Ҡыш бабайҙың резеденцияһын  урынлаштырыуға тиҫтәнән ашыу район дәғүә итте. Баһалама комиссияһы ағзалары Ишебай районындағы тәбиғәт ынйыһына туҡталды.  

Тирмә төҙөү өсөн күп райондар ғариза яҙа. Улар араһынан Бөрө, Ишембай, Нуриман райондары финалға үтә. Еңеүсе районды Ҡар бөртөгө - Варвара Макиенко иғлан итте. Яңы йыл хужаһының резиденцияһы Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы эргәһендә, йәғни Торатауҙың итәгендә урынлашасаҡ.
Вячеслав Ғиләжетдинов, Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе: «Инфраструктура яҡшы булырға тейеш. Килеп туҡтаның - яҡшы ғына итеп ашап алдың, кәрәк икән кибендең, теләгең бар икән, атҡа меңден. Былар барыһы ла иҫәпкә алынырға тейеш».
Яңы йыл байрамдарында Өфөлә турист маршруты буйлап сәғәт һайын метробустар йөрөйәсәк. Улар ҡунаҡхана, музей, яңы йыл шыршылары янында туҡтаясаҡ. Ошо туҡталыштарҙа теләге булған һәр кем экскурсияға ҡушыла ала. Метробусҡа билет хаҡы 10 һум буласаҡ һәм ул көнө буйына етәсәк. Күп кенә ҡунаҡханалар баш ҡала  ҡунаҡтарына 50 процентҡа тиклем ташлама ла эшләйәсәк.
Марина Игнатьева, Башҡортостандың экскурсоводтар гильдияһы рәйесе: «Өфөлә барыһын да ҡыуандырырлыҡ йондоҙ яныуына ныҡ шатмын. Балалармы, әллә ололар нығыраҡ ҡыуанырмы - быныһын әйтә алмайым. Сөнки байрам көндө ололар ҙа бала-сағаға әйләнеп китә. Яңы йыл - ул шатлыҡ! Ошо экскурсия дауамында барыһына ла яҡты хис-тойғолар бүләк итке килә».
Торатауға йөрөтөүсе автобусҡа ҡәҙимге рейс маршруттарына ҡарағанда билет хаҡы күпкә арзаныраҡ булыр тип күҙаллана. Стәрлетамаҡ һәм Ишембайҙа йәшәүселәр Ҡыш бабай тирмәһенә ысын әкиәттәгеләй санала ла бара аласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика