Ырымбурҙа милли мәҙәниәт байрамы

Ырымбурҙа милли мәҙәниәт  байрамы 27.08.2014

Ул күрше  төбәктә  «Карауанһарай» башҡорт йәмәғәт  ойошмаһының 25 йыллығы уңайынан ойошторолдо. Ҙур юбилейҙа төрлө милләт вәкилдәре ҡатнашты, ижади һәләттәре менән бүлеште.

«Карауанһарай» милли-мәҙәни ойошмаһы, өлкәләге  аҫаба халыҡтарҙың береһе - башҡорттарҙың милли хоҡуҡ-мәнфәғәттәрен яҡлау маҡсатында бынан 25 йыл элек ойошторола. Ошо ваҡыт эсендә улар  туған телде уҡытыу, милли мәҙәниәтте йәшәтеү өсөн ифрат ҙур көс түгә. Йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек ептәрен нығытыуға ла ҙур өлөш индерә. Шуға ла ҙур йыйындан республика делегацияһы ла ситтә ҡалманы.  Көйөргәҙе районы фольклор коллективтары иһә сәхнәнең төп биҙәгенә әйләнде. Күрше төбәктәге милләттәштәребеҙҙе өлкә етәкселеге лә тәбрикләне.
Башҡорт тирмәләре  «Милли ауыл»  комплексының үҙәк аллеяһында урынлаштырылды. Табын  милли аш-һыуҙан һығылып торҙо. Ошонда уҡ халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәренә арналаған күргәҙмә лә ойошторолдо.  Айырыуса Мөнир Хәйбуллиндың боронғо эш  ҡоралдарынан торған экспозицияһы күптәрҙе хайран ҡалдырҙы.
Милли рух менән һуғарылған байрам халҡыбыҙҙың бай  тарихын, мәҙәни ҡомартҡыларын барлау маҡсатын ҡуйҙы. Сит өлкәлә булһа ла, үҙ ерендә көн итеүсе милләттәштәребеҙ өсөн был ифрат та  әһәмиәтле. Рухи тамырҙарҙы ҡоротмау, йәштәрҙе атайсалдан һыуытмау өсөн.
Зилиә Әбелғатина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку