Ҡырым ярымутрауынан Өфөгә 02.03.2015

Баш ҡалаға Симферополь ҡалаһынан бер төркөм туристар килде.

«Бөйөк ебәк юл» экспедицияһы сиктәрендә өс кешенән торған төркөм тарихи урындарға сәйәхәткә сыҡты. Экспедиция маршруты Рәсәйҙең ҙур ҡалалары аша үтә. Уларҙың һәр береһендә Ҡырым ҡунаҡтары туристар, ғилми хеҙмәткәрҙәр һәм географик йәмғиәттәге хеҙмәттәштәре менән осраша. Экспедицияның маҡсаты - туризмда яңы йүнәлештәр асыу. Сәйәхәттең 11-се көнөндә туристар төркөмө Өфөгә килеп етте. Бында ҡунаҡтарҙы тәбиғи объекттарҙың , милли һәм мәҙәни һәйкәлдәрҙең, мәмерйәләрҙең күплелеге хайран ҡалдырҙы.  
Эльмира Ғәлимова, экспедиция ағзаһы: «Минең әсәйем Башҡортостанда тыуған, шуға ла был минең икенсе тыуған ерем тейергә мөмкин.Яңыраҡ үҙемдең республикалағы туғандарым менән осрашҡайным. Ә дөйөм алғанда, экспедиция маршруты буйынса күп ҡалаларҙа булдыҡ. Рәсәй ҙур ил, ә иң мөһиме халҡы ҡунаҡсыл, тигән һығымтаға килдек».
Экспедиция өс этаптан тора. Беренсеһен Ҡырым ҡунаҡтары 9 мартта Мәскәү ҡалаһында тамамлаясаҡ. Һуңынан Европа һәм Азия илдәре буйынса туристар 45 километрлыҡ юл үтәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика