Ҡырым Республикаһы менән Севастополь ҡалаһының символдары әйләнешкә сыҡҡан яңы 10 һумлыҡ тәңкәләрҙә сағылыш тапты

Ҡырым Республикаһы менән Севастополь ҡалаһының символдары әйләнешкә сыҡҡан яңы 10 һумлыҡ тәңкәләрҙә сағылыш тапты 10.10.2014

Был хаҡта Рәсәй Банкының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Тәңкәләрҙең береһендә Ҡырымдың йөҙөк ҡашы булған «Ҡарлуғас ояһы» һарайы, икенсеһендә Севастополь ҡалаһындағы «Һыуға батҡан кораблдәргә» һәйкәл төшөрөлгән. Ике тәңкәлә лә Ҡырымдың Рәсәйгә ҡайтанан ҡушылыу датаһы - 2014 йылдың 18 марты яҙылған. Һәр аҡсаның тиражы - 10 миллион дана. Рәсәй Банкы шулай уҡ «Рәсәйҙең хәрби дан ҡалалары» шәлкеменән Анапа ҡалаһына бағышланған ун һумлыҡ, 1941-45 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы биш һумлыҡ дүрт яңы тәңкәне әйләнешкә сығарҙы. Һуңғылары Ленинград өсөн алышҡа, Белорус, Львов-Сандомир һәм Ясск-Кишинев операцияларына арналған. 


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку