Ҡырмыҫҡалы районындағы халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәгенә ябылыу янай

Ҡырмыҫҡалы районындағы халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәгенә ябылыу янай 12.12.2014

Бина иҫкергән,  йәшәү шарттары санитар  талаптарға яуап бирмәй.

Илдар менән Светлананы яҙмыш бында осраштырған. Фалиждан интеккән ҡатын  үҙәктә ата-әсәһе гүр эйәһе булғандан бирле. Улар өс йыл элек бер бүлмәлә  йәшәй башлаған. Был бүлмәнән ниндәйҙер йәм бөркөлөп торғандай. Мөхәббәт ниндәй генә шарттарҙа ла үҙ бәҫен юғалтмай шул. Үҙәкте ябыу тураһында һүҙҙәр бер-береһенә терәк булып йәшәүсе парҙы хафаға һалған. Илдар менән Светлана ЗАГС-та яҙылышмаған. Үҙәк ябылған осраҡта, уларҙың бергә ҡалмауҙары ихтимал.  
Был йортҡа бер кемде лә бәхетле яҙмыш килтермәгән.  Үҙәктә ҡараусыһыҙ ҡалған, бала-сағаһыҙ, йә булһа һуңғылары улар хаҡында хәстәрлек күрмәгән  өлкәндәр, сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр  ғүмер итә. Тиҙҙән үҙәктең ябылыуы хаҡында һүҙ уларҙың теленән төшмәй. Быға һәр кемдең үҙ ҡарашы. Бүлмәләштәрҙең, быға тиклем сөкөрҙәшеп татыу  йәшәгәндәрҙең фекерҙәре айырылған. Берәүҙәр  күсенергә риза, икенселәре юҡ. Архангел районында тыуып үҫкән Ғүмәр Баҡый улы тыуған ауылына яҡыныраҡ  үҙәккә  күсергә ҡаршы түгел.
Бина 55 йыл элек һалынған. Тәүҙә бында  фельдшер-акушер пункты урынлаша, 16 йыл элек халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплексы асыла. Уның икенсе өлөшөндә  әле лә стационар дауахана  эшләп килә.  
Урамда 5 градус һыуыҡ  булғанда коридорҙа йылылыҡ 14 градустан артмай, бүлмәләрҙә  әҙ генә йылыраҡ. Иҙән боҙ кеүек.  Келәмдәр йәйеп ҡуйылған. Уларҙың   яңы һәм таҙа  булыуы үҙәк хеҙмәткәрҙәренең  беҙ килгәнгә әҙерлеге хаҡында әйтеп тора.
Һыуыҡта йәшәргә ололар күнегеп бөткән, шуға был йортто ташлап китергә теләктәре юҡ.
Үҙәк ябылыу менән 12 хеҙмәткәр эшһеҙ ҡала. Уларға ҡыҫҡартыу хаҡында белдереү ҡағыҙы бирелгән дә инде. Алайғыр ауылы район үҙәгенән 25  саҡрым алыҫлыҡта. Ҡырмыҫҡалыла ла  эш табыуы еңел түгел, ти урындағылар.  
Республикала халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы  үҙәктәренең 40 бүлексәһе эшләп килә. 5 эре  интернат  бар.  Уларға сират юҡ. Ҡырмыҫҡалыла  йәшәүселәрҙе теләктәре буйынса яҡын райондарҙағы һәм Өфөләге халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәктәренә  урынлаштырасаҡтар.
Анна Таболина, Башҡортостандың халыҡты социаль яҡлау һәм хеҙмәт министрлығының бүлек етәксеһе: «Әле республикалағы стационар хеҙмәтләндереү үҙәктәрендә 70 буш урын бар. Бында йәшәү шарттары санитар талаптарға һәм янғын хәүефһеҙлегенә яуап бирмәй. Һәр кемде теләге буйынса туғандары, яҡындары йәшәгән район-ҡалаларҙағы социаль хеҙмәтләндереү үҙәктәренә  күсерәбеҙ».
Мөмкинлектәре буйынса сикләнгәндәр һәм ололар  табиптар күҙәтеүендә буласаҡ. Төрлө шөғөлдәр өсөн дә уларҙа  бөтә уңайлыҡтар ҡаралған.Ә Светлана менән Илдар  никах уҡытырға йыйына. Ҡайҙа ғына күсерһәләр ҙә, бергә йәшәү бәхетенән айырылғыһы килмәй уларҙың.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку